Йырҙарын яратып тыңлайҙар

Радик ШАМРАТОВ республикабыҙҙа ғына түгел, күрше төбәк тыңлаусыларына ла киң билдәле. Уның йырҙарын профессиональ һәм һәүәҫкәр башҡарыусылар ҙа һайлай.
Радик Мөғәллим улы сығышы менән Илеш районының Үрге Йәркәй ауылынан. Бала сағынан музыкаға мөкиббән була. Ошо һөйөүе уны Өфө сәнғәт училищеһына алып килә, аҙаҡ ситтән тороп Крупская исемендәге Мәскәү халыҡ университетында «Музыка теорияһы» бүлеген тамамлай. Оҙаҡ йылдар Өфөнөң Ҡасим Дәүләткилдеев исемендәге республика һынлы сән­ғәт интернат-гимназияһында музыка уҡытыусыһы булып эшләй.
Һәүәҫкәр композитор йырҙар, романстар, бейеү көйҙәре, музыка ҡоралдары һәм оркестрҙар өсөн 100-ҙән ашыу әҫәр ижад итә. Уның баян өсөн аранжировкалары һәм пьесалары ла бар. Радик Шамратовтың йырҙары ундан ашыу музыкаль йыйынтыҡҡа ингән, «Йырым яңғыраһын Тыуған илемдә» китабы мәктәптәрҙә ҡулланыу өсөн тәҡдим ителгән.

Күбәләктәр

Ришат ФАЗЛЫЕВ һүҙҙәре.

Күбәләктәр уйнап йөрөй,
Баҡсала осоп:
– Эй, Альбина, әйҙә, – тиҙәр,
Гөлбаҡсаға сыҡ!..
Ә Альбина тотам тиһә –
Китәләр осоп…

Күбәләктәр туҡталалар
Сәскәне ҡосоп.
Биҙәклеләр бигерәк күптәр:
Һары, ал, ҡыҙыл…
Альбина күбәләк аулай,
Күңелле, ҡыҙыҡ!

Бишек йыры

Риф ШӘҺИҘУЛЛИН һүҙҙәре.

Элек-электән бишек тирбәлгән,
Әсәйҙәр беҙҙе һөйөп үҫтергән.
Шулай үҫкәндәр Салауат, Йәлил,
Батыр тоҡомдоң дауамы бит һин.
Бәләкәсем, әлли-бәү,
Гәүһәрем, бәлли-бәү.

Иркен күгемдә һауа саф булһын,
Халыҡтар татыу, мул тормош ҡорһон.
Туғанлыҡ булһын барлыҡ илдәрҙә,
Йондоҙҙарға ос дуҫтар эҙләргә.
Бәләкәсем, әлли-бәү,
Гәүһәрем, бәлли-бәү.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code