Йылмайып-көлөп кенә…

КВН-да ҡатнашыусылар.

Был көндө рәхәтләнеп көлдөк тә, шаярҙыҡ та. Ни өсөн, тиһегеҙме? Шаяндар һәм отҡорҙар конкурсы. Синыфтар араһында уҙасаҡ ярыш иғлан ителеү менән әҙерлек дәррәү генә башланды. Ойоштороусылар ҙа сараның Ғаилә йылына арналыуын һәм башҡорт телендә барасағын алдан иҫкәрткәйне.

Бәйгеселәрҙе директорҙың тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары Марина Машалла ҡыҙы Хилалова һәм 2007 йылғы сығарылыш синыф уҡыусылары Илнур Теләүкәев менән Гөлназ Ҡаҙаҡбаевалар баһаланы. Әйткәндәй, улар икеһе лә «Кендек» командаһының иң әүҙем ағзалары булды. Ваҡытында Илнур уҡыусылар үҙидаралығында – президент, Гөлназ премьер-министр йөгөн тарт­ҡан. Сараны «Кендек» КВН командаһы етәксеһе Дим Ғүмәров ҡыҙыҡлы ла, күңелле лә итеп алып барҙы.
Ярыш булғас, еңеүсеһе лә, еңелеүсеһе лә билдәләнә. III урынға «Халтурщиктар» (VII «А») һәм «Бирешмә» (VIII «В») ко­мандалары сыҡты. «Интеграл» (X «А») менән «Бишбармаҡ»тар (VIII «Б») II урынға лайыҡ булды. Ә еңеүселәр кем, тиһегеҙме? X «Б» синыфының «Бул­һасы» командаһы. «Иң яҡшы ир-егет роле» номинацияһында Ғамир Нарбутин билдәләнһә, «Иң яҡшы ҡыҙ роле»н­дә Эвелина Юлдыбаеваға етеүсе булманы.

Ярыш бара.

– Шаяндар һәм тапҡырҙар бәйгеһендә ҡатнашыуым тәүгә түгел. Уны түҙемһеҙләнеп көтөп алдым. Синыфыбыҙ менән әҙерлекте ике аҙна алдан башланыҡ, – ти Эвелина. – Үҙебеҙ менән булған ҡыҙыҡлы хәлдәрҙе иҫкә төшөрҙөк. Йырҙарға пародия эшләнек. Ни өсөн «Бишбармаҡ» тигән исемгә туҡталдыҡмы? Сөнки ул, милли ашыбыҙ булараҡ, барыһына ла билдәле.
Сәхнәлә генә түгел, тормошта ла шаян Ғамир Нарбутин интернат-гимназияға килеү менән «Кендек» командаһының ағзаһы булып китә.
– Тәүге ваҡыттан уҡ Дим Илшат улы миңә иғтибар итте һәм командаға саҡырҙы. Хәҙер иһә тормошомдо КВН-һыҙ күҙ алдыма ла килтерә алмайым, – ти егет үҙе был хаҡта.
Призлы урын яулаусыларҙың барыһына ла иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Эшҡыуар Гөлназ Ҡаҙаҡбаева ла буш ҡул менән килмәгәйне. Ул номинация еңеүселәрен һәм призлы урын алған командаларҙы аҡсалата бүләкләне.
Балаларҙың үҙ телебеҙҙә шаяртыуҙары ғорурлыҡ түгелме? Әлбиттә, бәйгенең ошо йәһәттән әһәмиәте ҙур булһа, икенсенән, улар уҡыуҙан арынып, шаярып, көлөп, рәхәтләнеп ял да итте.

Айгизә ӘБДИСОВА.
Сибай интернат-гимназияһы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code