Йылғабыҙ булһын таҙа!

«Таҙа Һаҡмар» акцияһына Хәйбулла районының Әбеш мәктәбе лә ихлас ҡушылды. Экологик өмәгә уҡытыусылар ҙа, уҡыусылар ҙа сыҡты.
– Таҙалыҡ үҙебеҙ өсөн. Һаҡмар йылғаһының киләсәге лә – беҙҙең ҡулда. Шуға ла өмәгә дәррәү сыҡтыҡ. Йылға буйҙарын сүп-сарҙан таҙарттыҡ. Беҙҙең тирәлә Һаҡмар йәмләнеп киткәндәй булды, – ти VI синыф уҡыусыһы Гүзәл Бикташева.
Афарин, әбештәр!

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code