«Йондоҙҙар парады»нда

Төрлө конкурстарҙа еңеүселәр бүләкләнде.

Ташбулат мәктәбендә уҡыу йылын йомғаҡлап, мәҙәниәт йортонда уҡыусыларҙың «Йондоҙҙар парады» булды. Мәктәп директоры Басир Шайморат улы Зәйтүнов сараны асып, белем усағының ғорурлығы булған олимпиада, төрлө конкурстарҙа еңеүсе алдынғы уҡыусыларҙы бүләкләне. Әйтергә кәрәк, улар бихисап ине, араларында Гагарин кубогы, Кесе фәндәр академияһы, спорт ярыштары, юғары уҡыу йорттары уҙғарған бәйгеләр, ҡумыҙсылар, бейеү, шиғыр һөйләү һәм башҡа район, республика, төбәк, Бөтә Рәсәй конкурстары еңеүселәре, ГТО нормаларын уңышлы тапшырыусылар бар.

Уларға Почёт грамотаһы менән бергә бирелгән йондоҙҙарын сәхнәнең артҡы шаршауына беркетә барҙылар. Был тәбрикләнгән ҡыҙҙар, малайҙар мәктәптең генә түгел, районыбыҙҙың, республикабыҙҙың өлгөлө кешеләре буласағына ышанабыҙ, ҙур өмөттәр бағлайбыҙ. Ә ҡасандыр Ташбулат мәктәбен тамамлаған тырыш уҡыу­сылар, хәҙер инде тормошта үҙ урындарын тапҡан, төрлө һөнәр эйәләре булған юғары квалификация­лы белгестәр – Фәнзил Атауллин, Салауат һәм Илдар Нафиҡовтар, Гүзәлиә Әсәҙуллина-Ирназарова, Илүзә Әҙелмырҙина, Айнур Фәйзуллин уҡыу алдынғыларына үҙ премияларын булдырғайны. Башҡортостандың атҡаҙан­ған артисы Нәғим Нурғәлин премияһы мәктәптең һәм райондың мәҙәни тормошонда әүҙем ҡатнашыусы ике уҡыусыға тапшырылды.
Балаларҙы яңынан-яңы үрҙәргә ынтылырға дәрт биргән был күркәм сара концерт менән тамамланды. Ташбулат мәктәбенең талапсан, тынғыһыҙ директоры Басир Шайморат улы һәм уның урынбаҫарҙары Тәнзилә Рәүеф ҡыҙы Фәйзуллина менән Лилиә Сәлим ҡыҙы Солтанова уҡыу сифатын күтәреү, мәктәп тормошон йәнләндереү йәһәтенән даими эҙләнә, башҡарған эштәре хуплауға лайыҡ.

Зөлфирә ҠАРАҒУЖИНА.
Әбйәлил районы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code