Йофар

Йылға ярында Искәндәр селәүсен эҙләй. Мин – арыраҡ, әкрен генә аҡҡан һыуға ҡарап, уйланып ултырам. Бер мәл ейәнем, нимәнәндер ҡурҡып, һөрән һалды:
– Өләсәй!
Ҡысҡырғаны ҡолаҡҡа килеп етеүгә, үҙе лә эргәмдә ине инде, тауыш тиҙлегенән дә шәберәк йүгергән, тимәк?
– Бер йәнлек күрҙем! Ҙур, ҡурҡыныс! Яр аҫтына ҡасты.
Искәндәр, бөтә малайҙар кеүек, әҙерәк арттырып та ебәрә: балыҡтан ташбаш тотоп ҡайта, ә беләк буйы суртаны гелән ҡармағынан ыс­ҡына ла ҡуя.

– Яр аҫтына ҡасҡас, суртандыр, әлеге лә баяғы, – тим, шаяртып.
– Уны ғына күргән бар, – ти ейәнем, күҙ­ҙәрен йылтыратып, – был бит үҙе йөнлө, үҙе оҙон ҡойроҡло.
Ейәнемдең хәбәренә ышаныр-ышанмаҫ баш сайҡап баҫып торам. Бәй, шул саҡ баяғы яр аҫтынан осло томшоҡло, оҙонса башын һоноп, бәләкәс кенә күҙҙәрен сылт-сылт йом­ғолап, бер сәйер йәнлек килеп сыҡты. Ҡолаҡтары юҡ әллә? Һуҡыр сыс­ҡан, тиһәң, был ҙурыраҡ, ҡойроғо кәүҙә­һенән дә оҙон, етмәһә, балыҡтыҡы кеүек тәңкәле!
Искәндәр менән икәүләп шым ғына булдыҡ. Күҙәтәбеҙ. Теге хәтәр оҫта йөҙә икән! Беҙ аптырап ҡарап тор­ған арала йәһәт кенә бер тәлмәрйенде эләктерҙе лә тағы йылт итеп яр аҫтына инеп йәшенде.
– Күрәһең, шунда өңө бар, – тип һөйләндем үҙ алдыма. – Сысҡан-фәлән заты түгел, улар бөжәктәр, селәүсендәр менән туҡлана.
– Һуҡыр сысҡан ашлыҡ табып, ҡыш буйы шуны өңөндә ашап ята, ти ҙәһә! – тип ҡаршы төштө Искәндәр.
– Юҡ, уныһы әкиәттә генә шулай яҙыл­ған.
– Андерсен яҙған… Алдашҡанмы ни?
– Алдашмаған, ә уйлап сы­ғарған.
– Ә-ә…
– Иҫемә төштө! – тип ҡыуанып ҡысҡырып ебәрҙем шул саҡ, ейәнем һымаҡ, сәпәкәйләп алдым хатта. – Йофар бит!
– Йофар? Һөйлә әле, өләсәй, һөйлә уның тураһында, – тип түҙемһеҙләнеп һикерәңләне Искәндәр.
– Әйҙә, – мин әйтәм, – ҡайтайыҡ, китапханаға барып, «Хайуандар донъяһы» тигән энциклопедияны алайыҡ та шунан уҡыйыҡ йофар тураһында.
Алдыҡ ул шәп китапты, ҡарап сыҡтыҡ. Бик күп нәмә белдек. Мәҫәлән, йофар, ысынлап та, һуҡыр сысҡандың нәҫелдәше икән. Ул ярҙы өңөп, һыу сыҡмаған ергә тиклем соҡоп инеп, оя эшләй ҙә ҡоро үлән йәйеп, шунда йәшәй. Ҡойроғонда тәмле мускус еҫе сығарған үҙенсәлекле биҙҙәр бар. Элек уны шул ҡойроғон ки­ҫеп алып, кейем араһына һалыу, хуш еҫ бөркөтөү маҡсаты менән дә аулағандар. Йофарҙың «Ҡыҙыл китап»ҡа ингән һирәк йәнлек булыуы, хатта ки бөтөнләй юҡҡа сы­ғып барыуы шунан да киләлер әле. Ярай ҙа хәҙер парфюмерҙар яһалма мускус эшләй белә.
Гөлнур ЯҠУПОВА.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code