«Йәншишмә» – минең йәшлек дуҫым!

37 йыл мәктәптә уҡытҡан осорҙа «Йәншишмә» минең рухи юлдашым, кәңәшсем, әйҙәүсем булды. Эшкә дәрт-дарман бирҙе гәзит. Подписка бик әүҙем барҙы ул саҡта, уҡыу­сы йәшәгән һәр йортҡа килер ине. Үҙем дә яҙып, балаларҙы ла дәртләндерә тор­ғайным. Күп уҡыусылар һәләтен һынап ҡараны. Гәзит иғлан иткән төрлө конкурстарҙа – «Ҡояшлы дәфтәр», «Тарих йәшәй эргәлә», «Ауылым уңғандары» һәм баш­ҡаларында ҡатнашып, «Йәш хәбәрсе» танытмаһы алдылар, гәзиттең Почёт грамотаһын тапшырҙылар. Даими яҙышҡаны өсөн редакция бер уҡыу­сыны – Илнур Фәс­сәховты «Артек»ка юллама менән бүләкләне. 1987 йылда Арҡауыл мәктәбенең йәш хәбәрселәр түңәрәге ағзаларына «Гәзиттең коллектив йәш хәбәрселәре» тигән исем бирелде. Түңәрәктең етәксеһе булараҡ, миңә «Йәншишмә» гәзитенең штаттан тыш хәбәрсеһе» тигән маҡтаулы исем алыу ҙа ҡыуаныслы булды.

Мәж килә инек. Беҙҙең өсөн баҫма ижад майҙансығы һаналды. Ҡасан мәҡәләм баҫыла инде, тип түҙемһеҙләнеп көтөп йөрөр ине балалар. Яҙғандары сыҡһа, шатланып, ҡулдан-ҡулға йөрөтөп уҡынылар. Хатта дәресте лә гәзиткә күҙәтеү яһауҙан башлар инек.
«Йәншишмә» уҡыусыларҙы республика мәктәптәрендәге яңылыҡтар менән таныштыра, дөйөм проблемаларҙы бергәләп хәл итергә өйрәтә, уның фекерен, зиһенен үҫтерә. Иң мөһи­ме – балала туған телгә, матбуғатҡа һөйөү тәрбиәләй.
Байтаҡ йылдар гәзиттән айырылып торҙом. Юғалтыуҙар, ҡайғы-хәсрәттәр шаңҡытты. Әле сал башлы ағинәймен. «Йәншишмә»м – йәшлек ду­ҫым менән тағы ла серләшеп алырға булдым. Балаларҙы ла ылыҡтырырмын, тим. Гәзитһеҙ донъя йәмһеҙ бит.

Мөслимә МӨХТӘБӘРОВА,  хаҡлы ялдағы уҡытыусы.
Салауат районы, Арҡауыл ауылы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code