Йөрәгендә һайрай һандуғас

Башҡорт эстрадаһы күгендә Нәркәс СИРАЖЕТДИНОВА исемле үҙенсәлекле тауышлы йондоҙ ҙа бар. Уның сәнғәткә юлы уҡыусы сағында уҡ һалына. 1997 йылда йырсыларҙың Заһир Исмәғилев призына үткәрелгән район конкурсында II урынға лайыҡ булыуы ҡыҙҙа үҙ-үҙенә ышаныс тыу­ҙырғандыр. 2000 йылда «Йәшлек-шоу»ҙа «Йыл асышы» номинацияһында бүләкләнә. 2003 йылда йыл хиты булған «Йөрәгемдә һайрай һандуғас» йырын һаман да тамашасылар бик яратып тыңлай.
Нәркәс Сиражетдинова халыҡ-ара конкурстарҙа ҡатнашып та Башҡортостан данын күтәрҙе. Бүрәт Республикаһының баш ҡалаһы Улан-Удэла халыҡ-ара эстрада фестивалендә I дәрәжә дипломға һәм «Юғары башҡарыу оҫталығы өсөн» тигән махсус бүләккә лайыҡ булды. 2013 йылда «Тюрквижн» халыҡ-ара конкурсының ярымфиналы лауреаты исемен алды.
Нәркәстең сәнғәт юлы һәм тормошо тураһында күберәк белергә тип, уға бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттек.

Нәркәс Сиражетдинова тормош иптәше Илгиз һәм улдары менән.

– Нәркәс, бала сағың, нисек сәнғәт юлына баҫыуың тураһында һөйләп үт әле.
– Мин Белорет районының иң матур, иң йәмле Инйәр ҡасабаһында тыуып үҫкәнмен. Шундағы 1-се урта һәм музыка мәктәптәрен тамамланым. Бала саҡта бик оялсан, шымыҡай булдым. Үҙемде иҫләгәндән алып ижад яратыуымды беләм. Йә һүрәт төшөрә, йә ҡурсаҡтарға кейем тегә, йә ҡағыҙҙан нимәлер яһай торғайным. Ғөмүмән, бер ҙә эшһеҙ ултырманым. Бейеү, фольклор түңәрәктәренә йөрөнөм. Урыҫ мәктәбендә уҡығас, беҙ урыҫ йыр­ҙарын йырлай инек. Мине ниңәлер солистка итеп ҡуйҙылар. Ул ваҡытта үҙем аңламағанмын инде, әммә тәүге уҡытыусым Валентина Корниловна Колчанова ниндәйҙер һәләтем барлығын һиҙгәндер, күрәһең. Шунан музыка мәктәбенә яҙылдым, етди шөғөлләнә башланым. Баян һәм хор дирижёры класын тамамланым. Үҙешмәкәр сәнғәт смотр­ҙарында гел ҡатнаша торғайным. Район буйынса Заһир Исмәғилев призына үткән йыр конкурсында башҡорт халыҡ йыры «Һандуғас»ты башҡарып, II урын алғайным. Мәктәптә лә һәйбәт кенә уҡыным, ике «дүртле» менән тамамланым.
Мин ғаиләлә бер бөртөк кенә бала инем. Әсәйем һуң ғына тапҡан, ә атайым был донъянан бик иртә китте. Шуға беҙ гел әсәйем менән бергә булдыҡ. Ә ул уҫал ғына ине. Әммә әсәйемә һөйөүе, холҡо өсөн сикһеҙ рәхмәтлемен. Ул, Рәсимә Бәхтигәрәй ҡыҙы Аҫылғужина, минең өсөн иң элек кешелеклелек, намыҫлылыҡ, ғәҙеллек өлгөһө булды. Башланғыс синыфтарҙы уҡытыуға 40 йыл ғүмерен бағышланы. Үкенескә күрә, бынан ике йыл элек ҡаты ауырып, вафат булды… Ҡыҙы өсөн хәүефләнгәндер инде: бала саҡта урамда бик йөрөмәнем, билдәле ваҡытта ғына уйнай торғайным. Эт һәм бесәй менән ныҡ дуҫ булдым. Хатта кинолог булырға уйлап ҡуя инем, эттәр тураһында әллә күпме әҙәбиәт уҡып сыҡтым. Әйткәндәй, ныҡ китап яраттым. Өҫтәл аҫтында йәшенеп тә уҡый инем.
Ҡыш көнө, ҡыҙыҡ, этемде санаға егеп йөрөй торғайным. Ишек алдына ҡәлғә төҙөйөм дә үҙемде әкиәт ҡыҙы тип күҙ алдына килтерәм. Яй ғына ябалаҡлап ҡар яуғанда был, ысынлап та, әкиәт донъяһы кеүек тойола торғайны.
– Бала саҡта уҡ, йырсы булырмын, тип хыялландыңмы?
– Юҡ, рәссам, уҡытыусы, кинолог йәки кардиохирург булырға теләй инем. Табип һөнәре әле лә яҡын. Йырсы булмаһам, моғайын, медицинаны һайлар инем. Әммә йырһыҙ тормошомдо күҙ алдына килтерә алмайым.
Мәктәптән һуң Өфө дәүләт сәнғәт училищеһының хор дирижёры бүлеген тамамланым, Өфө дәүләт сәнғәт академияһында режиссёрлыҡҡа уҡыным.
Эстрада, рок күңелемә ныҡ яҡын. Тәүге кумирым – «Дәрүиш-Хан» төркөмө. Беренсе тап­ҡыр радионан йырлағандарын ишеткәс, иҫем киткәйне. Бөгөнгәсә, 20 йыл үтһә лә, улар­ҙың ижадын һоҡланып тыңлайым.
Миңә ошо төркөм менән тәүге гастролдәргә сығыу бәхете тейҙе. Учалы, Әбйәлил, Белорет райондары буйлап йөрөгәйнек.
– Һинең әленән-әле йәштәр араһында концерт-дискотекаларҙа сығыш яһағаныңды күрергә мөмкин. Яңы йырҙар ҙа яҙҙырып тораһың. Яҙ көнө генә тәҡдим ителгән «Йәшерен һөйөү» тигән йырың бик матур. Ә ғаиләгеҙ тураһында күптәр белмәйҙер әле…
– Беҙҙең ғаиләлә биш кеше. 9 һәм 6 йәшлек Ильяс, Илһам исемле улдарыбыҙ, 2 йәшлек Мәликә исемле ҡыҙыбыҙ бар. Әле декрет ялындамын. Тормош иптәшем Илгиз – һөнәре буйынса юрист. Ҡала янындағы йортобоҙҙа йәшелсә, емеш-еләк, сәскәләр үҫтереп, хужалыҡ тотоп йәшәп ятабыҙ. Кәзәләр аҫрайбыҙ. Һөтөнән ҡатыҡ, ҡымыҙ, сыр, туңдырма эшләйбеҙ. Беҙҙә һөт ризыҡтары тормай, балалар ҙа бик яратып ашай, ҡымыҙын да эсәләр.
– Бик шәп, үҙегеҙ әҙерләгән файҙалы аҙыҡтар менән һыйлайһың икән ғаиләгеҙ ағзаларын. Ә беҙҙең гәзитте уҡыусыларға ниндәй теләктәрең булыр?
– Балаларға иң тәүҙә белемле, рухлы булыуҙарын теләйем. Телебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе онотмаһындар, яҙмыш елдәре ҡайҙа ғына илтһә лә, халҡыбыҙҙың сағыу вәкилдәре булып йәшәһендәр. Спорт менән шө­ғөлләнегеҙ, алдығыҙға матур маҡсаттар ҡуйып, шуға ирешергә тырышығыҙ, тип әйтер инем.
– Ҡыҙыҡлы әңгәмә өсөн рәхмәт. Киләсәктә лә ижади уңыштар, ғаилә бәхете юлдаш бул­һын!

Эльвира ӘСӘҘУЛЛИНА һөйләште.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code