«Йөрәгем дә һинең өсөн, һинең өсөн күңелем, күңелемде йылытыусым, ҡояшым, берҙән-берем»

Лилиә Ишемйәрова, Урал Мортазин… Сәнғәтебеҙҙең күгендә сағыу балҡыған йондоҙло пар. Баш­ҡортостандың атҡаҙанған артистары улар. Береһе моңло йырҙары менән күңелдәрҙе әсир итһә, икенсеһе күҙ эйәрмәҫ оҫта бейеүҙәре менән тамашасыларҙы һоҡландыра. Һайлаған һөнәрҙәрен ихлас яратҡан артистар һәр ваҡыт ижади эҙләнеү өҫтөндә, яңынан-яңы проекттар әҙерләй, яҡты уй-хыялдар менән йәшәй.

Лилиә
Еңеүе ҡанат ҡуйған

Лилиә Ишемйәрова Ейәнсура районының Иҙелбәк ауылынан. Өс ҡыҙлы ғаиләлә тыуып үҫә. Бәләкәйҙән конкурс­тарҙа, олимпиадаларҙа йыш ҡатнашып, сығыш яһап йөрөй.
– Етенсе синыфта уҡы­ған саҡта уҡ кем булырымды күҙаллап ҡуйғайным инде. Иҫәнғолда үткән республика бәйгеһендә ҡатнашыуым да мөһим роль уйнаны. Унда баш ҡаланан да комиссия ағзалары килгәйне. «Һылыу, һиңә Өфөгә барып белем алырға кәрәк. Сән­ғәт училищеһында йырсыға уҡыталар», – тинеләр. Бәйгелә Гран-при яулап, ҡанатланып ҡайттым, – тип бөгөнгөләй күҙ алдына баҫтыра Лилиә Рәүил ҡыҙы уҡыған сағын.
Туғыҙынсы синыфтан һуң йыр-моңға ғашиҡ ҡыҙ һынауҙар тапшырып, әлеге уҡыу йортона инә. Студент йылдарында күренекле композитор Салауат Низаметдинов менән танышып, сәхнәгә нығыраҡ аяҡ баҫа, гас­тролдәргә йөрөй башлай. Өсөнсө курста белем ал­ған сағында яңы ғына асылған Сибай филармонияһына эшкә саҡырыла. Ҡыҙҙың яҡташы Әлмира апай Ҡыуатова ҡуш ҡуллап ҡабул итә уны. Йәш йырсы уҡыуын да ташламай. Һүҙ теймәһен, тип өҫтәмә лә шөғөлләнә. Ситтән тороп Өфө дәүләт сәнғәт академияһын уңышлы тамамлай.
– Сибай филармония­һында туғыҙ йыл эшләнем. Ундағы йылдар оло бер мәктәп булды. Йыл һайын 4 – 5 яңы програм­ма менән тамашасыларҙы ҡыуандыра инек. Өфөлә сығыш яһауы оло имтихан һымаҡ булды. Греция, Франция, Ҡаҙағстан, Үзбәкстанда, Силәбе, Сверд­лов өлкәләрендә гастролдәрҙә булдыҡ. Баш­ҡорт­остан буйлап йөрөмәгән ер ҡалманы. Халыҡ-ара фестивалдәрҙә сығыш яһаныҡ, төрлө дипломдар алдыҡ, – ти йырсы.
Уҡыу, эш араһында кейәүгә лә сығырға өлгөрә. Тормош иптәше Урал Өфөгә саҡырылғас, Сибайҙы ҡалдырырға тура килә. Талантлы йырсы Башҡорт дәүләт филармонияһында хеҙмәт юлын башлай. «Ҡыҙыҡ һәм Мәҙәк», «Каруанһарай», «Ихлас» төркөмдәрендә солист булып йөрөй. Бөгөнгө мәлдә ул музыкаль-әҙәби лекторийҙа эшкә сумған.
– Яратҡан эшең булһа ғына рәхәтләнеп, күңел биреп эшләйһең. Минеңсә, иң ҡыйыны – яратмаған эшкә барып, ваҡыт уҙғарыу. Ҡасан көн үтә инде, тиеүҙән дә донъяла ауыры юҡтыр. Шуға ҡыҙ­ҙар һәм егеттәр төптән уйлап һөнәр һайлаһындар ине, – ти Лилиә Ишем­йәрова.
Әле танылған артистка 3 декабрҙә уҙасаҡ «Ҡыш­ҡы мөғжизә» тип исемләнгән концертҡа әҙерләнә, төрлө телдә, стилдәге репертуарын туплай.

Урал
Бала саҡ хыялы тормошҡа ашҡан

Ә Урал Мортазин сы­ғышы менән Өфөнән.  Урта белемде 2-се мәктәптә (хәҙерге 2-се баш­ҡорт лицейы) алған. Бәләкәй саҡтан уны атаһы менән әсәһе ысын баш­ҡорт итеп тәрбиәләргә тырыша. Өйҙә лә туған телдә генә һөйләшәләр.
– Үҫкәс, математик буласаҡһың, тип атайым үҙенең юлын дауам иттерергә теләне. Әммә мин бейеүгә ныҡ тартылдым. Үҙемде иҫләгәндән бирле шулай ине. Түңәрәктә шөғөлләндем. Уҡытыу­сыларым һәйбәт булды. Тәлғәт ағай Урманов бейеү сәнғәтенә юл күрһәтте. Иң ҙур хыялым Фәйзи Ғәскәров исемендәге бейеү ансамблендә сығыш яһау ине, – тип хәтерләй ул бала сағын.
Күңеле тартмаһа ла, атаһы ҡушҡанса, математика факультетына уҡыр­ға инә. Уны тамамлағас, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академия­һында стажёр-тикшереүсе булып эшләй. Артабан уҡыуын аспирантурала дауам итергә мөмкин ине лә ул. Әммә ике ҡуяндың ҡойроғон бер юлы тотоп булмай шул. Бейеүгә һөйөү үҙенекен итә. Сибай филармонияһы коллектив йыйыуын ишетеп ҡал­ғас, шунда эшкә урынлаша.
– Аллаһы Тәғәлә миңә үҙе ярҙам итте, тиҙ генә белемемде камиллаштырып та алдым. Республиканан бер төркөм ҡыҙҙар, егеттәр Мәскәү дәүләт мәҙәниәт институтында уҡыныҡ, – ти артист.
Алты йыл ғүмер аға. Бер мәл күптән көткән бәхет йылмая. «Өфөлә эшләргә теләгең бармы? Беҙ һине ансамблгә эшкә саҡырабыҙ», – тип ҡыуандыра Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленең художество етәксеһе Риф Ғәбитов.
Күптәнге бала саҡ хыялы ине бит. Нисек ҡаршы килһен инде?! Талпынып, ҡанатланып, баш ҡала киңлектәрен яуларға әҙерләнә. Башта бер үҙе генә килә, унан ғаиләһен күсереп ала. Был турала һөйләгәндә артистың күҙҙәре ос­ҡонланып, янып китә.
– Сәхнәлә 20 йылдан ашыу бейейем. Хыялым тормошҡа ашҡанға үҙемде бик бәхетле тоям. Ярат­ҡан ансамблем, ғаиләм бар, – ти Урал Хәйрулла улы.
Быйылдан башлап ҡала малайҙары өсөн ансамбль ҡарамағында төркөм ойоштороласаҡ. Сәнғәт яратҡандарҙы көтөп ҡала ул. Милли мәҙәниәтебеҙгә, бейеүгә, ҡурай моңона һөйөү уятыуҙы маҡсат итеп ала. Төркөмгә йөрөүселәр башҡорт бейеүҙәрен, ҡурайҙа төрлө көйҙәрҙе төплө өйрәнәсәк. Беренсенән, шулай ансамблгә йәш көстәр туп­лаһалар, икенсенән, йәш быуында милли рух уятырға ниәтләйҙәр.
– Балалар атаһын-әсәһен яратһын, башҡорт көйҙәрен, моңдарын, бейеүҙәрен онотмаһын. Ата-бабаларын белеп үҫеп, киләсәктә ғаиләһенә, иленә терәк, таяныс булырлыҡ шәхес итеп тәрбиәләнһендәр ине, – тип ихлас теләктәрен дә еткер­ҙе.
Яратҡан рецебы
Бейеү оҫтаһы Урал Мор­тазин ял көндәрендә бешеренергә бик әүәҫ икән.
– Иртән иртүк торам да ошо бер ризыҡты әҙерләйем. Табаға көнбағыш майы һалып, ваҡ-ваҡ ҡыр­ҡылған һуғанды ҡыҙҙырам. Унан туралған борос, помидор, тәмләткес өҫтәйем. Улар бешер-бешмәҫ бер нисә йомортҡа һалам. Бик тәмле килеп сыға, – ти ул.

Балалары
Зөлхизә

Бәләкәй сағынан ата-әсәһе менән бергә гас­тролдәрҙә йөрөп, сәхнә артында үҫә. Сәнғәтте бик ярата. Матур йырлай. «Наҙ» төркөмө төҙөп, сы­ғыш та яһап йөрөй. Мәктәптә уҡыған сағында радиола «Иләү» тапшырыуын алып бара, күп тап­ҡыр «Сәңгелдәк»тә төшә.
– Атайым-әсәйем сән­ғәт кешеләре булғас, был өлкә миңә бик яҡын. Бәләкәй саҡта микрофон тотоп йөрөгәнемде яҡшы хәтерләйем. Дүрт йәштәр самаһы булғандыр, атайым менән әсәйем президент олатай алдында сығыш яһағайны, мин сыҡтым да тыпырлатып бейей башланым. Ә ул миңә ҙур ҡап кәнфит һәм 500 һум аҡса бүләк итте. Шул һаман да кисә генә булған һымаҡ, – ти ҡыҙ.
Әле Зөлхизә Өфө статистика, информатика һәм иҫәпләү техникаһы колледжында III курста белем ала.
– Бында уҡыған сағымда кем булырымды күҙаллап, иҡтисад минең юлым түгел икәнен аңла­ным. Иҫәп-хисап ҡыҙыҡ, әлбиттә, тик ғүмер буйы шөғөлләнергә теләгем юҡ. Электән көнсығыш яҡтың тарихы, сәнғәте ҡыҙыҡһындыра. Шуның буйынса Ҡазан дәүләт университетына уҡырға инергә теләйем, – ти ул.

Арыҫланбай

Улдары тыуһа, Арыҫлан исемен ҡушырға алдан уҡ уйлап йөрөйҙәр. Тик таныштары араһында был исемде һайлаусылар күп булғас, үҙҙәренең тоҡомдарындағы Ҡунаҡбаев фамилияһынан «бай» һү­ҙен дә өҫтәйҙәр. Тыуыу тураһында таныҡлыҡ алырға барғас, Арыҫланбай исеме лә буламы икән, тип аптырап китәләр. Һүҙлектән ҡарайҙар. Бар икән.
– Миңә 7 йәш. 20-се башҡорт гимназияһында I синыфта уҡыйым, – ти малай.
Бөгөн «Әлифба» дәресендә шиғыр ятлағандар.
– Мин – терпе, энәле йомғаҡ,
Һеҙгә ҡунаҡҡа килдем.
Дуҫтарға – күстәнәскә, тип
Энәмә алма элдем,
– тип беҙгә һөйләп тә ишеттерҙе.
– Афарин! – тип ҡул сабабыҙ. Бәләкәй булһа ла, алҡыштарға өйрәнә торһон.
– Кисә «Әлифба» тураһында йыр өйрәнеп ҡайтҡан. Йырлап ебәргәйне, күңелгә рәхәт булып китте. Урыҫса ғына һөйләшеп йөрөүҙәренә атаһы менән ныҡ борсола инек, – ти әсәһе.
Балалар баҡсаһында саҡта тхэквондо менән шөғөлләнеп, һары билбау алған. Оҙаҡламай йөҙөүгә лә йөрөй башлаясаҡ. Күп­тәнге хыялы икән. Тауышы булһа ла, йыр-бейеүгә әллә ни тартылып бармай.
– Үҫкәс, уҙышсы буласаҡмын, – ти ул.

Ишморат

Арыҫланбайҙан 1 йәш тә 3 айға бәләкәй. Оло улдарына иш булып тыу­ғас, ата-әсә ошондай исем һайлаған. Бейеүгә бик еңел. Төрлө хәрәкәттәр яһарға, ҡыланырға ныҡ ярата. Артист булып тыуған, тиерһең. Яҡындарының оҙон, ҙур итектәрен кейеп ала ла өйҙә йөрөй.
– Минең эшемдә булырға ярата ул. Бейеүселәрҙе ҡарап, хәрәкәттәрен дә ҡабатлап тора, – ти атаһы.

Концерт бөтә. Артис­тар сығып баш эйә. Зал көслө алҡыштарға күмелә. Кешеләр рәхәтләнеп ял итеп, дәрт алып ҡай­тыр­ға сыға. Ә йыр-моң ки­сәләрен әҙерләүгә күпме көс һалынғанын артистар үҙҙәре генә белә.
– Артист тормошо ҡы­ҙыҡлы ла, ҡатмарлы ла ул. Уны үҙебеҙ генә аңлайбыҙ. Беҙҙе йондоҙҙарға ла тиңләйҙәр. О, артистар шулайыраҡ бит улар, тиеүселәр ҙә бар. Әлбиттә, кешеләрҙең дә төрлөһө бу­ла. Нимә генә тиһәләр ҙә, иң мөһиме – яҡшы кеше булып ҡалырға тырышабыҙ, – ти сәнғәт йондоҙҙары Урал Мортазин менән Лилиә Ишемйәрова.

Гөлназ ИҠБАЕВА.
Өфө ҡалаһы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code