Йәш хәбәрсе лә үҙе

Кем ул мәктәптең ғорурлығы булырҙай уҡыусы? Беҙҙең мәктәптә лә бар ундайҙар. X синыфты тамамлаған Тәнзилә Таһирова булыр ул. Шундай дәртле, өлгөр, әүҙем үҙе. Бер ниндәй конкурс, олимпиада, ярыштарҙан ҡалмай. Һәр береһендә ҡатнашырға тырыша. Спорт­та ла иң-иңе!
Тәнзиләнең иң ҙур ҡаҙанышы – «Аманат»тың йыл һылыуы – 2016» тигән исем алыуы. Тағы ла был журналдың «Йәш хәбәрсе»һе лә. Беҙ Тәнзиләнең сағыу, матур шиғыр­ҙарын уҡып ҡыуанабыҙ. Әйткәндәй, уның ижады менән «Бәйләнештә» сайтында «Тамсыҡай» төркөмөндә таныша алаһы­ғыҙ.
Мин Тәнзиләгә алдағы тормошонда уңыштар ғына теләйем!

Айгүзәл УРАҠОВА.
Йылайыр районы, Һабыр мәктәбе.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code