Йәш шахматсы көмөш миҙал алды

Воронежда уҙған шахмат буйынса Рәсәй кубогы этабында 18 төбәктән 180-дән ашыу спортсы ҡатнашты. Ярышта Өфөнөң 5-се лицей уҡыусыһы, «Толпар» интеллектуаль спорт уйындары клубы тәрбиәләнеүсеһе, 7 йәшлек Данил Имамов көмөш миҙал яуланы.

Әйткәндәй, һуңғы йылда ул көн һайын шахмат менән шөғөлләнгән. Йәш спортсы Башҡортостан беренселегендә еңеү яулап, Костромала туғыҙ йәшкә тиклемге балалар өсөн Рәсәй чемпионатында ҡатнашырға теләй.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code