Йәш рәссамдар тәбрикләнде

Ауыл хужалығы министрлығы ойошторған «Минең ерем – минең байлығым» балалар һүрәттәре конкурсына 500-гә яҡын эш килде. Унда еңеүселәрҙе һәм призёрҙарҙы ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте эшсәндәре байрамында Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса баш­ҡарыусы Радий Хәбиров ҡотланы. 6 – 8 йәшлектәр араһында Бишбүләктәге 2-се мәктәптән Данил Емельянов иң-иң тип табылһа, 9 – 10 йәшлектәрҙән – Көйөргәҙе районы Абдул мәктәбенән Нияз Ниғмәтуллин, 11 – 13 йәшлектәрҙән – Нуриман районы Яңы Күл мәктәбенән Илгизә Ханова.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code