Йәш белгестәр баһа алды

Беҙҙең районда бар күңелен балаларға, яратҡан эшенә бағышлаған уҡытыусылар бихисап. Уларҙың һәр береһе маҡтауға һәм оло хөрмәткә лайыҡ. Өлкән, тәжрибәле уҡытыусыларҙан йәш белгестәр ҙә ҡалышмай.

Ошо көндәрҙә Иҫке Собханғол мәктәбендә матур йолаға әүерелгән «Йәш белгестәр» фестивале ойошторолдо. Унда барлығы 13 педагог ҡатнашты. Физкультура, урыҫ теле, инглиз теле, биология, физика, математика фәндәренән асыҡ дәрестәр күрһәтелде, артикуляцион күнегеүҙәр үткәрелде. Тәжрибәле уҡытыу­сылар Лилиә Черкасова, Флүрә Ғүмәрова, Резеда Сәғитовалар конкурсанттарға үҙ кәңәштәрен бирҙе, яҡшы дә­рес серҙәре менән бүлеште, йәштәр­ҙе ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап бир­ҙе.
Аҙаҡ инде программа буйынса йәш белгестәр «Мин ни өсөн уҡытыусы һөнәрен һайланым?» темаһына эссе яҙҙы, йыл дауамында башҡарған эштәрен барланылар.
Был фестиваль бар йәш уҡытыусылар өсөн фәһемле лә, ҡыҙыҡлы ла булды. Барыһы ла йылы тәьҫораттар, яңы ижади үрҙәргә дәртләнеп, яҡты хыялдар менән таралышты.

Нурзилә ҒӘЛИЕВА.
Бөрйән районы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code