Йәш һөнәрмәндәр ярышты

Бөрйәндәр командаһы.

Был донъяла һәр кешенең дә күңеленә ятҡан шөғөлө була. Кемдер бейергә, йырларға яратһа, икенселәр ҡул эштәренә маһир. Тап ошондай оҫта ҡуллы ҡыҙҙар беҙҙең Байназар мәктәбендә уҡый. Әҡлимә Мансурова – VIII, Зәлиә Алтынбаева X синыфта белем ала.

Яңыраҡ Сибайҙа «Йәш һөнәрмәндәр» исемле төбәк бәйгеһе уҙҙы. Унда Бөрйән, Хәйбулла, Йылайыр, Әб­йәлил, Баймаҡ райондары, Сибай, Учалы ҡалалары вәкилдәре үҙ көстәрен һынаны. Ярышҡа Урал аръяғы райондарының иң көслө һәм һәләтле балалары йыйылды. Беҙҙән Иҫке Монасип, Байназар мәктәптәренән уҡыу­сылар ҡатнашты.

Әҡлимә менән Зәлиә.

Бәйге Сибайҙағы балалар ижады үҙәгендә ҙур тамаша менән башланды. Тантана барышында мәғариф министры Гөлназ Радмил ҡыҙы Шафиҡова балаларға уңыштар теләп, йылы һүҙҙәрен еткерҙе. Ҙур байрам концерты төрлө йыр бейеүҙәр менән үрелеп барҙы.
Барлыҡ һынауҙарҙы ла уңышлы үтеп, беҙҙең Байназар мәктәбе уҡыусылары Әҡлимә Мансурова – өсөнсө, Зәлиә Алтынбаева икенсе урындар яулауға өлгәште.
– Бәйгеселәр иң тәүҙә тест һорауҙарына яуап бирһә, икенсе өлөштә практик эште үтәне. Тәүгеһендә бирелгән өлгөнө йәш модельерҙар үҙ­ҙәренсә үҙгәртеп, эскиз яһап, эш барышын һүрәтләп яҙҙы. Әҡлимә менән Зәлиә бөтә төр эштәрҙе лә еренә еткереп башҡара алды. Ҡыҙҙар бик оҫта һәм талантлылар. Тегеү эшенә ҡулдары килешеп тора. Был еңеүҙәре лә улар­ҙың иң-иңдәр ара­һында иң булыуын күрһәтә, – ти етәкселәре Нурзилә Сәғит ҡыҙы Исмәғилева.
Киләсәктә лә был ҡыҙҙар­ға оло бейеклектәр яулауҙарын теләп ҡалайыҡ.

Зилиә БУРАНБАЕВА, VIII синыф уҡыусыһы.
Бөрйән районы,  Байназар мәктәбе.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code