Йәш ҡәләм оҫталары ярышты

Яңыраҡ Белореттағы Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһында 2-се төбәк-ара «Илһам» балалар ижады конкурс-фестивале уҙҙы. Был сараны икенсе йыл рәттән Мәүлит Ямалетдинов етәкселегендәге «Өлкәр» һәләтле балаларҙы күтәрмәләү хәйриә фонды «Ҡуңыр буға» төбәк йәмәғәт ойошмаһы менән берлектә ойоштора.

Быйылғы бәйгелә Учалы, Әб­йәлил һәм Бөрйән райондарынан ике тиҫтәнән ашыу уҡыусы ҡатнашты. Нәҫер, хикәйәләр ижад итеү буйынса Бөрйәндән Ҡәҙриә Ҡасимова, Учалынан Зөмәрә Фазылова һәм Лидиә Киловалар еңеүсе исеменә лайыҡ булды. Шиғриәт секцияһында йәнә Бөрйәндән Айгөл Сөләймәнова, Учалынан Аделина Хамматова, Әбйәлилдән Илнара Бәшәровалар­ҙың яҙғандары жюри ағзаларын ғына түгел, балалары менән фес­тивалгә килгән ата-әсәләрҙе лә, уҡытыусыларҙы ла һоҡландырҙы.
Конкурста ҡатнашыусы бөтә уҡыу­сыларға ла «Өлкәр» һәләтле балаларҙы күтәрмәләү хәйриә фондының дипломдары менән ҡиммәтле бүләктәре тапшырылды.

Зөһрә КАШАПОВА, «Йәйғор» әҙәби ойошмаһы етәксеһе.
Әбйәлил районы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code