«Йәншишмә»гә – синыф менән!»

Өсөнсөләр.

«Йәншишмә» – уҡыусыларымдың илһам шишмәһе! Республикабыҙҙа балалар өсөн сыҡҡан гәзитебеҙ булыуына шатланып бөтә алмайым. Уҡыусылар уны уҡып телдәрен байыта, илһам ала, күп нәмәләр хаҡында белә.
«Йәншишмә» мәктәптә яратып уҡыл­ған гәзитебеҙгә әйләнде. Бигерәк тә журналистика түңәрәгенә йөрөүселәр уны үҙ итте. Һәр яңы һанын түҙемһеҙләнеп кө­төп алалар. Үҙҙәренең баҫылып сыҡ­ҡан мәҡәләләрен күреп, эй, һөйөнәләр инде.

«Беҙ бөтәбеҙ ҙә гәзиткә яҙылдыҡ».

Ә яратҡан баҫмабыҙға ҡурҡыныс янағанын ишеткәс, быға юл ҡуймаясаҡбыҙ, тип гәзиткә яҙылыу акцияһына әүҙем ҡушылдыҡ. Иң беренселәрҙән булып синыфтары менән V «А» өлгө күрһәтһә, аҙаҡ өсөнсөләр дауам итте. Улар синыф етәкселәре Зилә Нәдип ҡыҙы Әүбәкирова менән үҙҙәренә Яңы йылға шәп бүләк эшләне. Шулай уҡ II «Б» синыфы (етәкселә­ре – Флүзә Ишбулды ҡыҙы Ялмырҙина), IV синыф (Рәзилә Шәрифулла ҡыҙы Сафина), V «Б» синыфы (Гөлгөнә Ғафар ҡыҙы Вәлиева), VI синыф (Алһыу Таштимер ҡыҙы Баймырҙина) һәм VII си­ныф (Лира Ханнан ҡыҙы Хәмзина) әүҙемлек күрһәтте. Акция барышында бөтәһе 32 да­на гәзиткә яҙылдыҡ. Бының өсөн ата-әсәләргә лә рәхмәт!

Зарема ҒАЙСИНА, уҡытыусы.
Әбйәлил районы, Амангилде мәктәбе.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code