«Йәншишмә»һеҙ – донъя йәмһеҙ!

Уҡыған белер, уҡымаған бөлөр, тигән әйтемде ишеткәнегеҙ бар­ҙыр, моғайын? Әҙәби китаптар, гәзит-журналдар – һәр бе­ребеҙҙең белем иленә илткән юлдашы. Был йәһәттән беҙгә борсолорға урын юҡ. Төрлө баҫмаларға яҙылып, алдырып, рәхәтләнеп уҡып барабыҙ.

Уларҙа иғлан ителгән акцияларға ҡушылып, мәктәбебеҙҙә «Һәр ғаиләгә – бер балалар баҫмаһы» девизы менән «Аҙна һайын – отош» акцияһы үткәрелде. Уҡыу­сылар гәзит-журналдарға әүҙем генә яҙылып, квитанцияларын мәктәп китапханасыһы Мәүлиҙә Зәйнулла ҡыҙы Ғәлекәеваға тапшырҙы. Акция өс аҙна барҙы. Уйын үткәреү хоҡуғы уҡыу алдынғыларына бирелде.
Шулай уҡ икенсе синыф уҡыусылары – «Аҡбуҙат» журналы, ә өсөнсөләр – «Йәншишмә» гәзите, дүртенсе, бишенсе алтынсылар «Аманат» журналы менән скайп аша бәйләнешкә инде. Осрашыу бик йәнле бар­ҙы. Һәр береһе үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауға яуап тапҡандыр, тип уйлайым.
Мәктәбебеҙҙә журналистар һәм яҙыусылар менән дә осрашыуҙар йыш үтә. Яңыраҡ «Баш­ҡортостан» гәзитенең баш мөхәррире, шағир Азамат Юлдашбаев менән йәш эшҡыуар, сәйәхәтсе Динис Өмөтбаевтар булып китте. Матбуғат айлығы айҡанлы ойошторолған был осрашыу бик фәһемле үтте. Ағай­ҙарыбыҙ беҙҙе тормош ауырлыҡтарына бирешмәҫкә, илебеҙгә кәрәкле шәхестәр булып үҫергә өндәне.
Белем усағыбыҙҙа яратҡан гәзит-журналдарға яҙылыу дауам итә. Беҙ матбуғат баҫмалары менән дуҫбыҙ һәм ул оҙаҡ йылдарға һуҙылырына ныҡлы ышанабыҙ.
Дуҫтар, үҙебеҙҙең милли баҫмаларыбыҙға яҙылайыҡ, алдырайыҡ, уҡыйыҡ!

Айгөл СӨЛӘЙМӘНОВА.
Бөрйән районы, Әбделмәмбәт мәктәбе.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code