«Йәншишмә»һеҙ ҡала күрмәйек!

Әле 2018 йылдың тәүге ярты йыллығына гәзит-журналдарға яҙылыу бара. Әйткәндәй, хаҡтар үҙгәрмәгән, 2017 йылдың икенсе ярты йыллығында нисек булһа, шулай ҡалған.
Хөрмәтле атай-әсәйҙәр, уҡытыусылар, ҡәҙерле балалар! Яңы уҡыу йылы башланыу менән бергә мәктәптәрҙә туған телде өйрәнеү буйынса сетерекле һорауҙар килеп тыуҙы. Беҙ үҙебеҙҙең телебеҙҙе һаҡларға, яҡларға һәм белергә тейешбеҙ. Милли баҫмаларыбыҙ, шул иҫәптән «Йәншишмә»беҙ ҙә, был йәһәттән ярҙамсы, терәк булып торасаҡ. Ни тиһәң дә, донъяла башҡорт телендә балалар өсөн сыҡҡан берҙән-бер гәзит бит! Әйҙәгеҙ, бергә ҡалайыҡ, бергә булайыҡ!
Почта бүлексәһенә барырға яйы төшмәй тора икән, гәзиткә өйҙә ултырған килеш кенә интернет аша ла яҙылырға мөмкин. Бының өсөн www.yan­shishma.ru сайтындағы «Электрон яҙылыу» һылтанмаһына инегеҙ.
«Рәсәй почтаһы»ның сайты аша ла яҙылыу мөмкинлеге бар. Уның адресы: podpiska.poch­ta.ru/press/П2765.

«Йәншишмә»гә ярты йылға яҙылыу хаҡы – 476 һум 28 тин. Индексы – 50605.
Бер йылға яҙылыу хаҡы – 844 һум 52 тин. Индексы – П3371.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code