Йәнһүрәт тә ҡаранылар

Яңыраҡ 276-сы балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәрен үҙебеҙгә ҡунаҡҡа саҡыр­ҙыҡ. Кескәй дуҫтарыбыҙҙы яратҡан яҙыусылары, рәссам Евгений Чарушиндың ижады менән таныштыр­ҙыҡ. Уларға бигерәк тә уның хайуандар, ҡоштар, һыбайлы индеецтар төшөрөлгән һүрәттәре оҡшаны.

Беҙ авторҙың «Ҡош балалары», «Бүре һәм башҡалар», «Ҡамау», «Себештәр ҡалаһы», «Джунгли – ҡоштар ожмахы», «Эҫе илдәрҙәге хай­уандар» исемле китаптарының ҡыҫҡаса йөкмәткеһе менән таныштырҙыҡ. Бәләкәстәр «Евгений Чарушин – яҙыу­сы һәм рәссам» тип атал­ған видеопрезентация ла ҡараны. Улар төрлө һүрәттәренең слайдтарын күр­ҙе, ағас­тар шыбырлағанын, ҡоштар һәм хайуан­дар тауыштарын ишетте.
Евгений Чарушиндың әҫәр­ҙәре буйынса әҙерләнгән викторина ла ҡыҙыҡлы булды. Ә инде китап-сәйәхәтебеҙҙе йомғаҡлап, кескәй уҡыу­сыларыбыҙға «Чуффык» һәм рәссамдың үҙенең һүрәттәре ҡулланылып төшөрөлгән «Топтыжка» йәнһүрәттәрен күрһәттек. Кескәй дуҫтарыбыҙ ҡәнәғәт булып таралышты.

Любовь ОСНАЧ, 47-се моделле балалар китапханаһы мөдире.
Өфө ҡалаһы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code