Йәмилдең йондоҙло «шәмдәл»е

Һуңғы ваҡытта бер генә башҡорт йәштәре сараһы ла таныл­ған йырсы Йәмил БАЙМЫРҘИНһыҙ үтмәй. Уны Өфөлә лә, республикабыҙҙың төрлө район, ҡалаларында ла көтөп алалар. Йырлағанын кескәйҙәр ҙә, хаҡлы ялдағы өлкәндәр ҙә бик ярата. Ә телевизорҙан «Шәмдәлдәрҙә генә уттар яна» тигән йыр башланһа, бөтәһе лә экран алдына йүгерә. Йәмилдең бейегәнен дә ныҡ оҡшаталар. Ҡайһы яҡтың егете икән ул? Әйҙәгеҙ, үҙенән һорайыҡ.

1ugdripcjx0

– Йәмил, үҙең менән таныштырып үт әле. Ҡайҙа тыуғанһың, бала сағыңда ниндәй инең? Кем булырға хыялландың?
– Мин Хәйбулла районының Тиргәмеш һәм Яманғасы йыл­ғалары буйында урынлашҡан Байғусҡар ауылында тыу­ғанмын. Бик шуҡ, шаян малай булдым. Шытып сығып бара торғайным (көлә). Тарих, биология, әҙәбиәт, рәсем, физкультура яратҡан дәрестәрем ине. Беҙҙең мәктәп гөрләп тор­ҙо, күп түңәрәктәр эшләне. Бәләкәйҙән төрлө сараларҙа йырлай һәм ҡурайҙа уйнай тор­ғайным. Был һәләт атайымдан күскәндер. Рәссам, спортсы, йырсы йә ҡурайсы булырмын, тип уйлай инем. Ҡурайҙа уйнарға, вокал серҙәренә өйрәткән яратҡан уҡытыусым Рөстәм Дәүләтбирҙинға рәхмәтлемен. Уның етәкселегендә бик күп конкурстарҙа ҡатнаштыҡ, дәрес тә ҡалдырырға тура килде инде. Республика кимәлендә призлы урындар яулай торғайныҡ. Шуның өсөн Мәскәүгә Президент шыршыһына юллама менән бүләкләнеләр.
– Һинең физкультураны ярат­ҡаның да сығыштарыңда һиҙелеп тора. Килешле, еңел хәрәкәтләнәһең, бик бейек һикерәһең.
– Хәҙер ҙә спорт менән шө­ғөлләнәм. Бигерәк тә йүгерергә һәм турникта күнекмәләр эшләргә әүәҫмен.
– Әле ҡайҙа белем алаһың?
–Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт ака­демияһында ҡурай бүлеген­дә уҡыйым. Уҡытыусым – данлыҡлы ҡурайсы Азат Айыт­ҡолов. Ә йыр буйынса шулай уҡ танылған йырсыбыҙ Ғә­лиә Солтанованан дәрестәр алам.
– Сәнғәт өлкәһендә иң ҙур еңеүең ниндәй?
– 2015 йылда «Гәлсәр һандуғас» конкурсында «Шәмдәлдәрҙә генә ут яна» тигән йыр менән Гран-приға лайыҡ булдым. Уның һүҙҙәрен – республикабыҙҙа киң танылған ғалим Әлфис Ғаязов, ә көйөн Рәдиф Зарипов ижад иткән. Халыҡ бик яратып ҡабул итте, быға бик шатмын.
– Йәмил, һине Башҡортос­тандан сыҡҡан данлыҡлы йырсы, «Ласковый май» төркөмөнөң солисы Юра Шатуновҡа оҡшаталар…
– Шулай шул. Әле лә Өфөлә урамда ҡайһы бер урыҫ ҡыҙҙары осраһа, был турала үҙемә әй­теп китәләр. Ә был юҡҡа түгелдер ул. Бәләкәй сағымда атайым телевизорҙан Шатуновтың концертын ҡарап ултырғанда әйткәйне. Ҡараһам, ысынлап та, оҡшағанмын ке­үек. Шунан уның ижады менән ҡыҙыҡһынып киттем. Хатта киң билдәле «Ап-аҡ рауза­лар»ҙы башҡортсаға әйләндереп йырланым. Һуңыраҡ ике тапҡыр концертына барҙым. Үҙен яҡындан күрһәм дә, әлегә аралашҡаным юҡ. Ҙур сәхнәгә сығыуыма был йырсының йоғонтоһо булды, тип әйтә алам.
– Шулайҙыр, әммә тышҡы ҡиәфәтеңде уға оҡшатһалар ҙа, Йәмил Баймырҙин – бөтөнләй икенсе, эстрада йондоҙлоғонда үҙенә генә хас ижады, ихласлығы, ябайлығы менән айырылып торған йырсы. Тамашасылар һинән супер энергия ағыла, тиҙәр.
– Рәхмәт!
yamil– Һинең йырҙарың араһында Рәми Ғариповтың «Туған тел» шиғырына яҙылғаны ла бар. Бик матур яңғырай.
– Ниңәлер был йырҙан һуң миңә ҡырын ҡараусылар күп булды. Әле һуңғы ваҡытта баш­ҡарғаным юҡ, ә Юлдыбайҙа Баш­ҡорт йәштәре көнөндә бер малай йырлаған. Интернетта видеоһын күреп, бик ҡыуандым.
– Алла бирһә, киләсәктә лә төрлө сараларҙа яңғырар әле был йыр. Әйткәндәй, бөгөнгө йәштәрҙә һине нимә борсой?
– Бигерәк тә эсеүҙәре, тартыуҙары күңелде әрнетә. Айырыуса ҡыҙҙарҙың. Баш ҡалаға килһәләр, ҡайһы берәүҙәр туған телде онота. Иң мөһиме: сәләмәт тормош алып барыу, тырышлыҡ, һәр нәмәлә аҡыл менән эш итергә кәрәктер, тип уйлайым.
– Уҡыуҙан буш ваҡытыңды нисек үткәрәһең?
– Дуҫтар менән футбол уйнайбыҙ, студияла музыка менән шөғөлләнәбеҙ. Гастролгә лә сығып килергә тура килә инде.
– Табыныусыларың шылтыратып, хәбәрҙәр яҙып йонсоталыр әле…
– Эйе, күп һорауҙар килә. Әлбиттә, мин уларҙы дуҫтарым тип ҡарайым, һорауҙарына яуап бирәм. Ижадымды ярат­ҡан тамашасыларымды хөрмәт итәм.
– Ә нимәләр уҡырға ярата­һың? «Йәншишмә» гәзитен ҡарап бараһыңмы?
– Хәҙер бөтәһен дә интернеттан ғына уҡыйым. Ә бала сағымда «Йәншишмә» иң ярат­ҡан гәзитем булды.
– Әле ниндәй пландарың бар?
– «Аппағым-йомшағым» тигән яңы йырыма клип төшөрөргә йыйынабыҙ.
– Ярай, уңыштар теләйбеҙ һиңә. Киләсәктә лә тамашасыларыңды йырҙарың менән ҡыуандырып тор.

Эльвира ӘСӘҘУЛЛИНА һөйләште.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code