Изгелек ерҙә ятып ҡалмай

Быйыл беҙҙең cиныфыбыҙға байтаҡ изге эштәрҙә ҡатнашырға насип булды. Шулай һәр ҡайҙа ла һынатмаҫҡа тырышабыҙ.
Майҙың йәмле бер көнөндә үҙенең геройҙары менән данлыҡлы Кинйәабыҙ ауылына барып ҡайттыҡ. Күптәнге хыялыбыҙҙы тормошҡа ашырырға геогра­фия уҡытыусыһы Илдар Хөрмәт улы Тайыпов, тәрбиәсебеҙ Эльмира Тимерҡаҙыҡ ҡы­ҙы Рәхимова, тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары Земфира Ирек ҡы­ҙы Усманова ярҙам итте. Ҙур рәхмәт улар­ға.
Мөһабәт бинала урынлашҡан музейҙы күреп, беҙ хайран ҡалдыҡ һәм ең һыҙғанып эшкә тотондоҡ. Иң тәүҙә Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙға бағышланған Еңеү аллеяһын тәртипкә килтерҙек: малайҙар ҡороған ағас ботаҡтарын бысып йыйҙы, ҡыҙҙар эргә-тирәне сүп үләндәренән таҙартты. Унан һуң музей янында эшләнек: бордюрҙар ағарттыҡ, сәскәләр ултырттыҡ.
Ниһайәт, музейға инергә лә ваҡыт етте. Ундағы экспонаттар, боронғо әйберҙәр, ҡомартҡылар, фотоһүрәттәр тураһында беҙгә музей директоры Мөслимә апай Биктимерова ентекләп һөйләне.
Бер иҫке генә фотоһүрәттә үҙемдең ҡарт олатайымдарҙы күреп, ғорурлыҡ тойғоһо кисерҙем. Бик күп йылдар элек төшөрөлгән ул. Француздарҙы еңгәндән һуң 100 йыл үткәс, Ырымбур ҡалаһында ейәндәренә ошо юбилей айҡанлы миҙал тапшырыла. Унда минең әсәйем яҡлап олатайым Кәлимулла Ибраһимов, ә атайым яғынан Әхмәткирәй Хамматов олатай ҙа була.
Аҙаҡтан күмәкләшеп сәй табыны артында үҙебеҙҙең тәьҫораттар менән уртаҡлаштыҡ. Был күңелле сәйәхәт барыбыҙҙың күңеленә хуш килде. Тағы ла килергә, тип һүҙ ҡуйышып ҡайтып киттек.
Октябрҙә ҡалала Республика көнөнә арналған экологик акция үтте. Ҡала баш­ҡорттары ҡоролтайы, яҙыусылар, ветерандар ойошмаһы менән берлектә Мәжит Ғафури скверында ағас ултырттыҡ. Был көндө яҙыусылар ойошмаһы ағзалары өмәлә ҡатнашыусыларға тыуған яғыбыҙға, республикабыҙға арналған шиғырҙарын уҡыны. Мин дә Зөлфиә Ханнанованың «Аманат» һәм «Тел ҡөҙрәте бирсе, Хоҙай, халҡым өсөн» шиғырҙарын һөйләп ишеттерҙем.
Байрам уңайынан үткәрелгән был саранан беҙ рухланып ҡайттыҡ. Киләсәктә үҙебеҙ ултыртҡан йүкә, ҡарағай үҫентеләре әсе елдәргә, һыуыҡтарға бирешмәй, көслө булып үҫер, киләсәк быуынға иҫтәлеккә ҡалыр, тип ышанабыҙ.

Наҙгөл ХӘЛИТОВА, IX «В» синыфы уҡыусыһы.
Күмертау ҡалаһы, 3-сө республика башҡорт интернат-гимназияһы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code