Изгелек ерҙә ятып ҡалмай

Беҙҙең гимназия ирекмәндәре.

2018 — Рәсәйҙә Ирекмәндәр йылы

Донъяны матурлыҡ ҡотҡара, ти халыҡ. Ә минең уйлауымса, уны изгелек тә һаҡлай, ҡурсалай. Һәр кемдең ҡылған эше яҡшылыҡ менән тулы булһа, беҙ­ҙең донъябыҙ тағы ла яҡтыраҡ, бөтөнөрәк, тирә-яғыбыҙ таҙараҡ булыр ине. Шуға күрә лә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың 2018 йылды илдә Ирекмәндәр йылы итеп иғлан итеүе бик дөрөҫтөр, тип һанайым.

Ҡала кимәлендә Ирекмәндәр (волонтёрҙар) йылын асыу фес­тивале үткәрелеүен белгәс тә беҙ, һигеҙенсе синыф уҡыусылары, унда ҡатнашыу теләген белдерҙек. Тәрбиәселәребеҙ Нурия Нуриман ҡыҙы менән Рүзилә Иршат ҡыҙы ярҙам итте. Командабыҙҙың исемен, йырын, бейеүен бөтәһенә лә билдәле «Фиксики» йәнһүрәтенән алдыҡ.
Сарала барлығы 14 команда ҡатнашты. Һәр береһе фестивалгә етди әҙерләнгәйне. Ҡала хакимиәте башлығы Рөстәм Афзалов йәш ирекмәндәргә изге теләктәрен еткерҙе һәм эш пландары менән таныштырҙы. Байрамдан һуң бөтә команда­лар ҙа ҡала хакимиәтенең Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде. Ә беҙ, Алла бирһә, тик яҡшы эш­тәр генә ҡылырбыҙ, сөнки изгелек ерҙә ятып ҡалмай.

Эльвира АЛСЫНОВА.
Сибай интернат-гимназияһы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code