Изгелек ерҙә ятып ҡалмай

Флүрә Йыһанур ҡыҙы Вячеслав Фетисов менән.

Ир-егет үҙ ғүмерендә кәмендә бер ағас ултыртыр­ға, йорт төҙөргә һәм ул үҫтерергә тейеш. Ошонан сығып, һәр кеше аҡса мөмкинлегенә, биләгән вазифаһына, йәмғиәттә тотҡан урынына ҡарап, үҙенең тыу­ған ауылын, ҡалаһын, районын, республикаһын тө­ҙөкләндерергә бурыслы. Үҫеп килгән быуын үткәндәрҙе барлап, үҙенең ата-бабаһы менән ғорурланырлыҡ булһын.
13 апрель – изгелек күр­һәтеүсе һәм меценат (фәнде һәм сәнғәтте яҡлаған бай кеше) көнө. Үткән быуаттарҙың меценаттары фәндең, мәҙәниәттең үҫешендә ҙур роль уйнаған. Уларҙың исемдәре тарихҡа инеп ҡалған. Беҙ бөгөн замана меценаттары тураһында һөйләргә теләйбеҙ. Бәлки, был һүҙ көслөрәк тә яңғырайҙыр, әммә улар, финанс хәлдәре ниндәй булыуға ҡарамаҫтан, ысын күңелдән үҙ халҡына ярҙам итергә тырыша.

Мәсетле районының Йонос мәктәбендәге «Сапсан» хоккей ко­мандаһы хәйриә ойошмалары һәм шәхси эшҡыуарҙар менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә. Элекке сығарылыш уҡыу­сылары – Кәрим Һаҙыев, Эльвира Аҙнабаева, Ильяс Зарипов, Раян Мөхәмәҙиев, Закир Иштуғанов, Ильяс Ахунов, Рәсүл Әбүбәкиров, Айгөл һәм Рим Мөнировтар ҙа ярҙамдарынан айырмай. Уларға сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Йылы һүҙҙәребеҙҙе шулай уҡ Йонос ауылында йәшәүсе Флүрә Әбдиеваға ла юллайбыҙ.  Беҙҙең үтенесебеҙ буйынса ул Мәскәүҙә данлыҡлы хоккейсы, Дәүләт Думаһы депутаты Вячеслав Фетисов менән осраша. Уның ярҙамында беҙҙең командаға хоккей таяҡтары комплекты тапшырыласаҡ. Йәм­ғиәтебеҙҙә ошондай изге күңелле кешеләрҙең булыуы һоҡландыра.

Фирғәт МӨНИРОВ, команданың тренеры.
Мәсетле районы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code