Изге күңелле Аҡбикә

cxzsaqУра-а-а-а! Һағынып көткән Яңы йыл да килеп етте. Ҡышҡы каникулда рәхәтләнеп сана, саңғы, конькиҙа шыуып ял итәһегеҙҙер. Шул арала «Йәншишмә»гә лә күҙ һалыр­ға онотмағыҙ. «Мәҙәк һүрәт – тап­ҡыр яуап»та йыл хужаһына арнал­ған фотоһүрәткә ҡыҙыҡлы яуап уйларға ваҡытығыҙ күберәк булыр.
Гәзиттең 48-се һанында сыҡҡан «изге күңелле» тауыҡ хаҡында күп кенә хаттар алдыҡ. Улар араһында Өфө ҡалаһынан Сулпан Ғәлина, уҡыусы Миңзәлә Ибраһимова ла (ҡайҙан икәнен яҙмаған) бар ине. Ә уңышлыларын һеҙҙең иғтибарға тәҡдим итәбеҙ.
Береһенән-береһе уҙҙырып яуап ебәреүселәр әлеге лә баяғы Әб­йәлил районы Рауил мәктәбендә уҡыусы йәш хәбәрселәребеҙ булды.
Лилиә Солтанова:
Йылы, иркен ҡанаттары
Тауыҡбикә апайҙың.
Үҙ балаһы кеүек күрҙе
Көсөктәрен Аҡбайҙың.
Динара Ғәлләмова:
Әсәйҙәре ҡайҙа булған?
Көсөктәр бит өшөгән.
Уйлап тормай, бәпәйҙәр, тип
Тауыҡ кәрзингә ингән.
Баймаҡ районының Билал ауылынан Наҙгөл Күсәрбаева ла ҡалышмаған:
Аҡбикә тигән бер тауыҡ
Бик изгелекле булған.
Үҙ ҡанаты аҫтына
Ике көсөктө алған.
Һәр мәҙәк һүрәт «Йәншишмә»беҙ уҡыусыларын әүҙемләштереп ебәрә. Күп балалар бөтөнләй көтөлмәгән яуап ебәреп, үҙҙәренең тәрән фекерләй алыуын иҫбатлай.
unmkjfvДаими авторыбыҙ Башҡорт дәүләт университетының Бөрө филиалында белем алыусы Таңсулпан Ибраһимова ла яуапһыҙ ҡалмаған:
Киң күңелле тауыҡ булыу
Бары файҙаға ғына.
Индем, ниһайәт, Гиннестың
Рекордтар китабына.
Сос тауыҡ булып сыҡты әле. Бер ҙә юғалып ҡалмаған, үҙенә дан алыр өсөн төрлө юлдар һайлаған.
Илсур Билаловтан хат алғас, нисек ҡыуанғаныбыҙҙы белһәгеҙ. Ниһайәт, егеттәр ҙә «йоҡо»ларынан уянды. Дүрт юллыҡтары ниндәй бит әле, туп-тура иң уңышлылар кәштәһенә менеп ятты:
Быйылғы биш себешемде,
Урлап алып китте ҡарға.
Икенсе йыл бер яуыз да
Килә алмаҫ беҙҙең янға.
Бына әле тырышамын
Көсөктәрҙе яҡларға.
Улар миңә ярҙам итер
Себештәрҙе һаҡларға.
Мәрхәмәтле тауыҡ хаҡында бәйән иткән Илсур. Ана шулай гел дә ҡатнашып тор, йәме! Беҙгә лә күңелле булып китте һинең хатыңды уҡыуы.
Алда әйтелгәнсә, Нуриман районы Иҫке Бүрес ауылынан Алина Фәйрүзова ебәргән фотоны тәҡдим итәбеҙ, рәхәтләнеп ижад итегеҙ, йылмайтығыҙ, көлдөрөгөҙ, фантазияғыҙҙы егегеҙ.
Яңы йылда һеҙгә яңы уңыштар теләйбеҙ, атай-әсәйҙәрегеҙ, туғандарығыҙ имен-һау булһын.

Дилара АРСАЕВА.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code