Ихлас йылмайыуы күҙ алдымда

Тәү күреүҙән ғашиҡ булыу мөмкинме? Һәр кем был һорауға үҙенсә яуап бирә. Ошо көнгә тиклем тәү күреүҙән оҡшатыу мөмкин түгел, тип уйлай инем. Тик яңылышҡанмын икән.
Бер ҡараштан ғашиҡ итте мине бер егет. Уның яғымлы ҡарашына, һөйкөмлө тауышына, ихлас йылмайыуына һоҡланып бөтә алманым. Минең өсөн ул «Урал батыр» әкиәтендәге ғорур, уңған, тырыш, көслө батыр кеүек ине. И.-ды күреү менән шатлығымдан, бәхетемдән күктең етенсе ҡатына менгәндәй булам. Шулай итеп, көн артынан көн үтте, ә мин уны нығыраҡ яраттым. Ләкин И.-ға һөйөүемде белдерергә ҡыйманым. Мин бик ныҡ оялдым һәм шул уҡ ваҡытта уның кире яуап ҡайтарыуынан ҡурҡтым. Һәр ваҡыт тиерлек уның тураһында уйланам.
Шулай көндәр, айҙар үтте, ә И. күренмәне. Оҙаҡ ҡына килер, шылтыратыр, тиеп, көттөм, өмөт иттем. Тик барыһы ла юҡҡа ғына булған. Ул икенсе ауылға уҡыр­ға киткән. Ошо яңылыҡты ишеткәс, минең өсөн бар донъяны ҡара болоттар ялмап алған, йәшен йәшнәп ямғыр яу­ған кеүек булды. Йәшәүемдең мә­ғәнәһе юғалған һымаҡ тойолдо. Ни­сек кенә ауыр, ҡыйын булмаһын, мин И.-ды оноторға тырыштым. Тик уның яғымлы тауышы ҡолағымда сың­лай, ә ихлас йылмайыуы күҙ алдыма килеп баҫа.
Шулай айҙар, йылдар үтә торҙо. Көндән-көн И.-ды онота барғандай той­ҙом үҙемде. Оноттом ғы­на тигәндә юлыма ул ҡабат осрамаһынмы! И. минең күҙҙәремә, ә минең уның күҙҙәренә ҡарап ҡатып ҡал­ғанбыҙ. Тап шул ваҡытта бер аҙ илағым да, көлгөм дә килгәйне. Уға ҡарап йылмайҙым да туп-тура баҫып юлымды дауам иттем. Ә ул, миңә ниҙер әйтергә теләгәндәй, ҡулдарын болғаны. Тик хәҙер һуң инде. Минең И.-ға ҡарата һөйөүем һүнде, һүрелде. Һәр нәмәнең үҙ ваҡыты, тиҙәр бит.
Тәү күреүҙән ғашиҡ булып була, дуҫтар. Барығыҙҙың да һөйөп, һөйөлөп йәшәүегеҙҙе теләйем.

АЙ ҠЫҘЫ.
Б. районы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code