Исмаҡайҙан килгән исем

Kаҙмаштың нисек барлыҡҡа килеүе хаҡында бик күп фараздар бар. Минең тыуған ауылымды бейек мөһабәт тау­ҙар уратып алған. Элек-электән эшсән, тырыш халыҡ йәшәгән һәм йәшәй.
Ҡаҙмаш тигән исемдең нисек барлыҡҡа килеүе хаҡында бәйән иткем килә.

Әбей батша Екатерина II урыҫтарҙы Белорет районының Әүжән, Исмаҡай ауылдарына ебәрә. Улар завод һәм фабрика төҙөргә килә. Кемдең үҙ ерҙәрен биргеһе кил­һен инде. Башҡорттар һәм урыҫ­тар араһында ҡаты һуғыш була. Беҙҙекеләр бирешмәй. Ә икенсегә ер талаусылар ғәскәр менән килә. Екатерина II тәүге ихтилалда ҡатнашҡан кешеләрҙе язаларға ҡуша. Шунлыҡтан урындағы халыҡ икенсе урынға төйәк эҙләп ҡасып китә. Берәүҙәре хәҙерге Хәмит менән Ҡолғана ара­һындағы Үҙән йылғаһы эргәһенә килеп ултыра. Был ауылды Үҙәнбаш тип атайҙар. Икенсе төрлө Йүкәле тип тә йөрөтәләр.
1760 йылдар тирәһендә беҙҙең яҡҡа күсеп килеүселәр ҙә була. Үҙҙәренең ауылын Ҡаҙмаш тип атайҙар. Бер ҙә осраҡлы түгел. Сөнки Исмаҡай ауылында Ҡаҙмаш йыл­ғаһы аға. Шул исемде мәңгеләштереп, ауылға ла, йыл­ғаһына ла ҡушҡандар. Улар­ҙың әйҙәп йөрөүсеһе Мыр­ҙағол Йомағужа улы булған. Ул бик дәрәжәле кеше булып танылған. Олатайҙың биш улы тыуа: Ишкенә, Бәпәнә, Айытбай, Дәүләтҡол, Хәбибулла. Хәҙерге мәлдә лә уларҙың тоҡомдары һаҡланып ҡалған. Олатайҙар йәйгелеккә Урал яғына йәйләүгә киткән һәм тәүге ҡар яуғас ҡына әйләнеп ҡайтҡан.
1834 йылда ауылда тәүге ха­лыҡ һаны иҫәбен алыу бул­ған.
Мәғлүмәтте Ҡаҙмаш ауылының имам-хатибы Данил Шәкирйән улы Әһеловтан яҙып алдым. Уға 1897 йыл­ғы атаһы Шәкирйән Әһел­улла улы һөйләгән булған.

Заһиҙә РӘЖӘПОВА, йәш хәбәрсе.
Әбйәлил районы, Ҡаҙмаш ауылы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code