Ишектән түгел, тәҙрәнән сыҡтыҡ

Мин ялымды йыл да Әлшәй районының Себенле ауылында йәшәүсе өләсәйемдә үткәрәм. Өфөнән ике туған ҡустым Айҙар ҙа унда ҡайт­ҡас, бигерәк тә күңелле була. Бында рәхәт тә шул: йоҡо туя, өләсәйебеҙ тороуыбыҙға тәмле итеп ҡоймаҡ ҡоя, Дим буйында ял итәбеҙ, дуҫтарыбыҙ ҙа күп. Ҡайһы саҡ үҙебеҙ мәҙәк хәлдәргә лә тарып ҡуябыҙ.
Бер көн өләсәйебеҙ иртән мине уятып: «Йомош менән күршеләргә инәм, һеҙҙе тыштан йоҙаҡлап китәм. Йоҡоғоҙҙо туй­ҙырығыҙ. Мин оҙаҡламай ҡайтырмын», – тине. Йоҡо аралаш ҡына уның һүҙҙәрен ишетеп, баш ҡаҡтым да кире әүен баҙарына киткәнмен.

Тик артабан тәмләп йоҡлап булманы, Айҙар уянды. Торҙоҡ, урыныбыҙҙы йый­ҙыҡ. Шул саҡ Тайсон ҡушаматлы бесәйебеҙ, өйгә ингеһе килеп, тауыш бирҙе. Ә ишек тыштан бикле. Тайсонды бер нисек тә өйгә индереп булмай шул. Ни эшләргә? Бесәй йәл. Мыяулай ҙа мыяулай үҙе. Асыҡҡандыр инде, бахырҡай.
Шул ваҡыт башҡа шәп уй килде. Айҙар менән тәҙрә аша тыш­ҡа сығырға булдыҡ. Ә ул бейек кенә, былай ғына буй етерлек түгел. Шулай ҙа ултырғысҡа баҫып, тәҙрәне астыҡ. Унда себен-серәкәй инмәһен өсөн махсус селтәр тора. Беребеҙ тартып, икенсебеҙ тотоп тороп, көс-хәл менән һөйрәп алдыҡ үҙен. Ул арала күршеләге дуҫтарыбыҙ ҙа килеп етте. Беҙҙең аяҡ кейемдәрен тәҙрә төбөнә килтереп ултырттылар. Үҙҙәренсә ярҙамлашыуҙары инде. Ырғып төшөп, бесәйебеҙ янына йүгерҙек. Шунда ғына иҫкә төштө: асҡыс бит өләсәйҙә. Тайсонды барыбер өйгә индереп булмай.
Оҙаҡ та үтмәне, өләсәй ҡайтып инде. Беҙҙең тышта йөрөгәнде күреп, ҡурҡып китте хатта. «Оҙаҡ булмайым, тип әйттем бит, ни эшләп тәҙрәнән сыҡтығыҙ. Йығылып, аяҡ-ҡулығыҙҙы ауырттыр­һағыҙ, нимә булыр ине?» – тип әрләп тә алды.
Ныҡ уңайһыҙ булды. Ҡабат беҙ тәҙрә аша тышҡа сығып йөрөмәҫбеҙ инде, өләсәйҙе лә улай борсомаҫбыҙ. Дуҫтар, беҙҙең һымаҡ шундай хәлгә тарығанда һеҙ нимә эшләр инегеҙ?

Юлиә ЗӘЙНУЛЛИНА.
Әлшәй районы, Раевка ауылы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code