Исеменә күрә – есеме

Ҡыш көнө сәкән һуҡһа, йәйгеһен рәхәтләнеп дуҫтары менән футбол уйнай Тимербулат. Исеме лә ниндәй бит әле! Үҙенә килешеп тора. Ысынлап та, бәләкәй булһа ла, холҡо тимер һымаҡ ныҡ уның. Алдына алғанын үтәмәй ҡалмай. Ғөмүмән, спорт менән дуҫтар шулайыраҡ була инде ул. Ике йәшенән атаһы һәм ағайҙары менән генә тәрбиәләнгән малай бәләкәйҙән ауырлыҡтарға бирешмәйенсә, ныҡ булырға, эшкә өйрәнеп үҫә.

Тимербулат Ҡарағужин быйыл VII синыфҡа уҡырға барҙы. Әбйәлил районының Күсем руднигы мәктәбендә белем ала ул. Спорт яратҡан малай мәктәп, район ярыштарында ҡатнаша. Синыфтарында спорт өсөн яуаплы икән. Киләсәктә хыялы – 5-се республика спорт интернат-мәктәбенә уҡырға инеү. Ни тиһәң дә, бында мөмкинлектәр күберәк. Баш ҡаланы ла ныҡ ярата. Йыл һайын йәйгеһен килмәй ҡалмай.
Спортҡа уны бер туған ағай­ҙары – Инсаф менән Сыңғыҙ ылыҡтырғандыр, моғайын. Үҙҙәре лә хоккей­ға, футболға битараф булмаған егеттәр ҡустыларын һәр саҡ бергә алып йөрөр була. I cиныфтан уҡ физкультура дәресен алып бар­ған Денис Нөғәмән улы Вәлиевтән дә уңа Тимербулат. Уҡытыу­сыһынан күп нәмәгә өйрәнә. Ә бына ағайҙары Руслан Бик­ҡолов, Ринат Билалов һәм Марат Ҡужиндар уны тау саңғыһында шыуырға өйрәткән. Малай уның менән күптән шөғөлләнә инде. Ҡар яуып, юл һалыныу менән быйыл да «Яҡтыкүл» тау саңғыһы үҙәгенә барыуҙы түҙемһеҙләнеп көтә. Спортҡа мөкиббән киткән Тимербулат Ҡарағужин берәй заман билдәле спортсы булып китмәҫ, тимә!

Х. ХӘСӘНОВА.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code