Исеме – беҙҙең йөрәктәрҙә

Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуған көнөн республикабыҙҙа киң билдәләп үттеләр. Өфөлә лә матур саралар ойошторолдо. Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрында «Мостай Кәрим. Яҡын офоҡ» тигән спектаклдең премьераһы булды. Режиссёры – Альберт Имаметдинов.

Мостай Кәрим исемендәге 158-се баш­ҡорт гимназияһында «Мостай уҡыу­ҙары» республика фәнни-ғәмәли конференцияһына йомғаҡ яһалды. Бын­да тағы бер тантаналы ваҡиға булды. 2013 йылда Мостай Кәрим исемендәге фонд булдырылғайны. Быйылдан уның ярҙамы менән премия гимназияның иң алдынғы өлкән синыф уҡыусыларына ла тапшырыла башланы. Грантҡа тәүгеләрҙән эйә булыусылар: Рәмзилә Ғафарова, Эмиль Мәғәсүмов, Аида Игелекова, Камилла Хужина, Арина Ширәева, Әлиә Шәй­ғәрҙәнова, Настя Килбахтина, Рүзилә Әбделмәнова, Айгизәр Йыһаншин һәм Илморат Ғүмәров. Төрлө республика ярыштарында, конкурстар­ҙа ҡатнашып, гимназия данын күтәргән, яҡшы уҡыған, белем усағы тормошонда әүҙем ҡатнашҡан уҡыусылар улар. Бүләкте тантаналы шарттарҙа Әлфиә Мостай ҡыҙы тапшырҙы.
Урыҫ дәүләт академия драма театры әҙиптең «Ярлыҡау» әҫәре буйынса ҡуйыл­ған спектакль күрһәтте. Шағир­ҙың тыу­ған көнөндә уның һәйкәленә сәскәләр һалыу ойошторолдо. Был сарала республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров та ҡатнашты.
Ә мәҙәниәт министрлығы Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға арнап тасуири уҡыусыларҙың халыҡ-ара интернет-конкурсы уҙғарыласағы тураһында иғлан итте. Унда ҡатнашыу өсөн шағирҙың әҫәрҙәрен һөйләгәнеңде видеоға төшөрөп, ошо электрон адрес менән ебәрергә кәрәк: karimrb2019@mail.ru. Унда «Шиғыр һөйләүселәрҙең халыҡ-ара интернет-конкурсына» тигән билдә ҡуйырға онотмағыҙ.

Э. РӘШИТОВА.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code