Исемдәре – халыҡ хәтерендә

Бөрйән районының Иҫке Монасип ауылындағы Ослотау (Ҡыҙ­ҙар тауы) башында ҙур булмаған матур түңәрәк ялан бар. Элегерәк яҙ етеп, ер үлән, сәскәләр менән ҡапланғас, май урталарында ауыл ҡыҙҙары шунда менеп күңел асыр булған. Унда яланды тирәләтеп ултырып, сигеү сиккәндәр, бәйләм бәйләгәндәр, шул уҡ ваҡытта йыр­ҙар йырлағандар, таҡмаҡ әйтеп, бейегәндәр. Үҙҙәре менән тау башына баҡырсаға һыу тултырып алып, сәй ҡайнатып эскәндәр.

Был йола Бөйөк Ватан һуғышы башланғансы дауам итә.
Ослотауҙың һул яғында Масаҡ тауы күренә. Ул 5 өлөштән тора: беренсе, икенсе, өсөнсө, дүртенсе, бишенсе тауҙы менгәс кенә, Масаҡ тауына мендем, тип әйтергә була. Уның тарихы былай. Ҡараһаҡал ихтилалында башҡорттар менән карателдәр араһында ҡаты бәрелеш була. Дошмандар яҡшы ҡоралланған, шунлыҡтан баш­ҡорттар еңелә. Күптәр ҡырыла. Ә ике баш­ҡорт һуғышсыһы иҫән ҡалып, ҡулға алынмай. Берәүһе – Атъятҡан яғынан, икенсеһе Масаҡ уяһынан ҡаса. Масаҡ уяһынан киткәне тегеһенә: «Мынан сыҡ, мынан сыҡ!» – тип һөрәнләгән. Шуға күрә халыҡ был тауҙы Масаҡ тауы тип йөрөтә башлаған.
Уның һул яғында Ҡыйрат урынлашҡан. Уның исеме нимә аңлатамы? Граждандар һуғышы йылдарында була был ваҡиға. Тирә-яҡтағы аҡтарҙы ҡыйратырға тигән бойороҡ бирелә. Иҫке Монасип ауылында ла улар бик күп була. Аҡтар Ҡыйрат тауында урынлашып ала, ә ҡаршы яҡта, Ағиҙел йыл­ғаһының теге яғында, йәғни Кепес тауында, ҡыҙылдар торған. Улар араһында ҡаты һуғыш башлана. Ике тауҙан бер-береһенә атыш­ҡандар. Аҡтарҙы тар-мар иткәндәр. Шулай итеп, улар ҡыйратыл­ған, күп ҡан ҡойолған. Һуңынан был тауҙы Ҡыйрат тауы тип йөрөтә башлағандар.
Ауылға килеп инеп, бер саҡрым ара үткәс, уң яҡта әллә ни бейек булмаған ҡая-таш бар. Элек был тирәлә ҡуйы урман булған. Унда ниндәй генә ҡоштар һайрамаған, кейектәре лә тулып йөрөгән. Шул ваҡыттарҙа ошо ҡая-ташына күпләп өкөләр оялаған. Һуғыш ваҡытында утын өсөн байтаҡ ағасты ҡырҡҡандар. Шул сәбәпле өкөләр был урынды ташлап киткән. Улар оялаған ҡая-ташты Өкө ташы тип атағандар һәм әлеге көндә лә был исем онотолмай.
Элек йылға буйында аҡ ҡамыштар бик күп үҫкән. Яҙ көнө бәләкәй йылға ныҡ ташҡан, ярҙарынан сығып ятҡан. Ҡамышы аҡ булғанға был йылғаны халыҡ Ҡамышаҡ йыл­ғаһы тип йөрөтә башлаған. Йәйгелеккә ҡарай ул ҡорой, ә яҙғыһын тулы һыулы була.
Ҡояш ҡалҡҡан яҡта, йәғни көнсығышта, иң бейек тауҙарҙың береһе Шыуҙырғыс бар. Уны халыҡ бушҡа ғына шулай тип атамаған. Тау Ағиҙел йылғаһы буйында урынлашҡан. Ҡыш көндәрендә күпләп ағас ҡырҡҡандар һәм яҙ етеп, Ағиҙел йылғаһының ныҡлап таш­ҡан сағында уларҙы бейек тау­ҙан тәгәрәтеп йылғаға төшөргәндәр. Ҡыуғынсылар ағастарҙы тығылған урындарҙа төрткөләп, ағыҙып алып киткән. Ә шыуҙырып төшөргән тау­ҙы Шыуҙырғыс тауы тип атай башлағандар.
Ялтырғая (Маһизата ҡаяһы) Иҫке Монасип ауылының икенсе өлөшөндә, көньяҡта, Ағиҙел йыл­ғаһы янында урынлашҡан. Уның ике атамаһы бар. Беренсеһе – Ялтырғая. Көҙгө кеүек ялтырап тор­ған өсөн дә шулай атап йөрөтәләр. Икенсеһе – Маһизата ҡаяһы. Кепестә йәшәүсе Маһизата Бикмәтова инәй йәш сағында ошо ҡая башында еләк йыйып йөрөгәнендә яңылыш ба­ҫып, аҫҡа ҡолап төшә һәм ни мөғжизә менәндер тере ҡала. Ауыл халҡы быға ҡыуанып, исемен ҡаяға бирә. Әммә әлеге ваҡытта уның икенсе исемен онота баралар, йышыраҡ Ялтырғая тип йөрөтәләр.
Элегерәк Ағиҙел буйындағы мәсет эргәһендәрәк ҙур өҫтәл ҙурлығында бер таш ятҡан. Ауылда йәшәүсе Мәхүпъямал исемле әбей көн дә килеп йылғала йыуынып, ташҡа ултырып намаҙ уҡый торған булған. Шуға күрә лә был ерҙе Мәхүп ташы тип йөрөткәндәр.
Үҙ төбәгеңдең топонимикаһын белеү, йыйыу, өйрәнеү үҙебеҙ өсөн генә түгел, килер быуын өсөн дә бик мөһим. Ул – беҙҙең үткәнебеҙ, бөгөнгөбөҙ һәм киләсәгебеҙ!

Гөлназ ИШЕМҒУЖИНА, йәш хәбәрсе.
Өфө ҡалаһы, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code