Исемдә түгел хикмәт

Аҡыллы эт ине Аҡтырнаҡ. Ноғман олатайым уны бер ваҡытта ла бәйҙә тотманы. Бергәләп һунарға сыҡтылар. Урман ҡыҙырғанда кемдеңдер ҡуянға ҡорған ҡапҡанына эләгеп, тәпәйен саҡ өҙҙөрмәйсә ҡайтты. Ҡанһырап, һәлберәп торған быуынын Мәғфиә инәйем яраларын эшкәртеп, ҡуша бәйләп ҡуйғас, көн дә ҡарап, тәрбиәләгәс, ни ғәжәп, уңалып китте. Сыҙам кешеләр хаҡында «эт йәнле» тип әйтеүҙәре юҡҡа түгелдер.

Аҡтырнаҡ матур эт ине. Ҙур овчарка тоҡомонан булғандыр, аҙаҡ йылдар үтеү менән ҡан буталып, ябай ауыл этенә әйләнгән, күрәһең. Күҙгә ҡарап, беҙҙең нимә әйткәнде аңлап тора ине, бахыр. Мин уҡырға төшкәс, мәктәп өйҙөң эргәһендә генә, бер-ике ихата аша ғына булһа ла, оҙата сыға, артымдан эйәреп бара. Бер-бер хәл булмаһын, тип һаҡлауылыр инде уның үҙенсә. Ә мин оялам: йәнәһе, эт эйәртеп йөрөргә малай түгелмен дә. «Аҡтырнаҡ, бар ҡайт!» – тиһәм, мөлдөрәп кенә күҙҙәремә ҡарай ҙа: «Ярай һуң, тик һин һәйбәт кенә йөрөп ҡайт!» – тигән һымаҡ, арт тәпәйҙәренә ултырып торғас, кире шым ғына боролоп ҡайтып китә. Үҙемә йәл, бахыр. Күҙҙәремә йәш килә. Мәктәптән сығыуыма ҡапҡа төбөндә көтөп ултыра. Шулай дуҫ булдыҡ уның менән. Мин Аҡтырнаҡтың абалап өргәнен, сит кешеләргә ташлан­ғанын хәтерләмәйем, бары аҡыллы күҙҙәре һәм ғорур ҡиәфәте генә иҫемдә ҡалған.
Уҫал этте генә бәйҙә тоталар. Ирек яратҡан Аҡтырнаҡҡа сын­йыр кәрәкмәй ине, әммә ҡай­һы бер «аҡыллы баштар», йәнәһе, бәйҙә тормаған эттәр – хужаһыҙ, улар кешеләргә ҡурҡыныс тыу­ҙыра, ҡоторған булыуҙары ихтимал, тип ауыл буйлап йөрөп атып киткәндәр. Ярай, мин өйҙә булмағанмын. Аҡтырнаҡтың яфалан­ғанын күрмәнем. Икенсенән, өй­ҙә булһам, был фажиғәгә юл ҡуймаҫ инем. Хәйер, әле генә шулай уйлайым. Ул ваҡыттағы бәләкәй бала мылтыҡлы өлкәндәргә ҡаршы нимә генә эшләй алыр ине, тиһең.
Мин өйгә ҡайтҡанда олатайым, Аҡтырнаҡты күтәреп, ҡулына көрәк тотоп, ҡапҡанан сығып килә ине. «Әҙерәк кенә өлгөрмәй ҡалдым шул, балам, күрмәй ҡалдым», – тип минең алда аҡланған кеүек әйтеп ҡуйҙы үҙе.
Күҙҙәремә йәш тулып, артынан эйәрҙем. Ауылыбыҙ зыяраты эргәһендәге бер урынға соҡор ҡа­ҙып, Аҡтырнаҡты ер ҡуйынына һалды олатай. Үҙенең дә, күпте күргән, яу ҡырҙарын үткән уҙамандың, йыйырсыҡлы биттәренән йәш бөртөктәре тәгәрәй ине.
Ул көндө мин ҡайттым да яттым. Өйҙө икегә бүлгән таҡтаға соҡоп, илай-илай «Бөгөн Аҡтырнаҡ үлде» тип датаһын яҙып ҡуй­ҙым. Шулай йоҡлап киткәнмен. Ашарға уятыусы ла булманы. Тор­һам да, тәғәм ризыҡ ҡапмаҫымды аңлағандарҙыр. Был минең үҙем иҫ белгәндәге тәүге ҙур юғалтыу ине.
Олатайым да башҡа эт алманы.
…Эт йылы айҡанлы аҡыллы хай­уандарға бәйле ваҡиғаларҙы иҫләүем юҡҡа түгел. Улар тормошомда ниндәйҙер мөһим осорҙа алдыма килде.
…Улыбыҙ Азамат тыуып, ике ай үткәс, әсәйем вафат булды. Уны мәңгелек йортона ауылға алып киттеләр. Мин сабый бала менән Өфөлә ҡалдым. Бер йылдан һуң Ҡөрьән уҡытып, әхирәттәренә хәйер таратып киләйек, тип юлға сыҡтыҡ. Күмертауға етәрәк машинаға бензин һалырға туҡтаныҡ. Шунда әллә ҡайҙан ҡапыл бер аҡ эт килеп сыҡты ла мин ултырған артҡы ишекте тырнай башланы. Теле генә юҡ бахырҙың, кеше һымаҡ ни­ҙер әйтергә теләй. Иң аптыратҡаны: ул бер кемгә лә иғтибар итмәй, бер кемгә лә бармай, миңә генә ҡарай ҙа ҡойроғон болғап, ишекте асыр­ға итә. Сығып, багажниктағы күстәнәстәр араһынан колбаса биргәс, ашаны ла юҡ булды. Ғәжәпкә ҡалдыҡ: бер ҡай­ҙа күренмәй, күҙ менән ҡаш ара­һында иреп юҡҡа сыҡты кеүек. Әсәйемдең рухы булдымы әллә ул? Үҙен иҫләргә ҡайт­ҡанға ҡыуандымы икән? Был сәйер ваҡиға ғүмер буйына онотолмаҫлыҡ булып, утыҙ йыл­ға яҡын һаман күҙ алдымда тора.
…Эттәр… Улар мине үлемдән дә, туңыуҙан да ҡотҡар­ҙы.
Университетта бергә уҡыған һабаҡташым туйына саҡырҙы. Нисәнсе йыл икәнен аныҡ ҡы­на хәтерләмәйем, әммә ул йылды ҡыш ҡот осҡос һыуыҡ булды. Етмәһә, Яңы йылда туй көнөн билдәләгәндәр. Әлеге шикелле автобустар йөрөһә бер хәл, ҡайҙа трактор, ҡайҙа ат менән районға барып етелде. Ҡыҙ яғында байрам иткәндән һуң егеттең ауылына килдек. Хужалар мунса яҡҡан. Тәүгеһенә барыусы кеше булмағас (күрәһең, байрам табынында ултырыуҙы артығыраҡ күргәндәрҙер), мин киттем. Ингәс тә һиҙәм: мунса өлгөрөп етмәгән, еҫе сығып тора. Шулай ҙа йыуынырға булдым. Тиҙ-тиҙ генә сайынырға тырышһам да, бер мәл башҡа еҫ тейгәнен тойҙом. Шәп-шәп кенә өҫкә нимәлер кейҙем дә тышҡа сыҡтым. Мунса эсендә йығылһам, ятып үлеүең дә ихтимал. Байрам итеп ултырған ҡунаҡтарға һинең ҡайғымы.
Ауыл ерендә мунса, ғәҙәттә, һарай артында була. Эләгә-тәгәрәй, тигәндәй, ишек алды яғына индем дә башым әйләнеп, һарай мөйөшөнә сүгәләнем. Һәм… башҡа бер ни ҙә иҫләмәйем. Донъя юҡҡа сыҡты. Бер заман битемдән кемдер һыпырған кеүек. Әк­рен генә күҙҙәремде астым. Ҡараһам, хужаларҙың эте мине ялап тора. Өшөй ҙә башлағайным, эстән йүнләп кейенмәгәнмен дә, өҫтә – ҙур фуфайка, аяҡта – галушлы быйма. Саҡ тороп, өйгә индем дә кейемле килеш бер урынға барып йығылдым… Бына шулай туйға барып, туңып үлә яҙҙым. Әгәр шул ваҡытта эт ҡотҡармаһа, бөгөн был юлдар­ҙы яҙып ултыра алмаҫ инем. Аҙаҡ минән һуң барыусылар ҙа, мунса еҫле булған икән шул, тип төнлөктө, ишекте асып елләткәс кенә ингәндәр. Хәл алғас, ни булғанын һөйләп биргәс, хужалар көлә-көлә миңә «эт ялаған Зөһрә» тип исем ҡуштылар.
Эт йылы алдынан эттәргә бәйле бик күп мәҡәл, әйтемдәр иҫкә төшә. Ни сәбәптәндер улар­ҙың күбеһе был хайуандарҙы тик кире яҡтан тасуирлай. Мәҫәлән, «эт көнөндә йәшәп ятам», «эт йәнле кеше», «мин күргәнде эт тә күрмәҫ», «эт күңеле бер һөйәк», «эттән тыуған бәндә» һәм башҡалар, һәм башҡалар.
Әммә эттән тоғро йән юҡ бит. Хужаһы үлһә лә, нисә йылдар буйына өйөн һаҡлаған, ҡәберендә ултырған, бергә ауыр юл үткән, хужаһын үлемдән ҡотҡарып, үҙе һәләк булған ҡаһарман эттәр хаҡында уҡып, ишетеп торабыҙ. Шуға Эт йылына өмөт менән бағайыҡ. Иншалла, һәйбәт булыр ул. Тик үҙебеҙ генә этләнмәй, тешләшмәй йәшәйек. Ҡайһы саҡ бит әҙәм балаларына эттәрҙәге сабырлыҡ, тоғролоҡ етмәй. Сабыр булайыҡ. Тоғро булайыҡ. Йылдың ниндәй исемдә килеүе, нисек үтеүе бары үҙебеҙҙән генә тора – шуны онотмайыҡ.

Зөһрә ҠОТЛОГИЛДИНА.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code