Ирек ҡотоғо

Был хәл һуғыштан һуң йәйге ҡыҙыу бесән мәлендә Мәһәҙей ауылы ҡырҙарында булған. Заманалар ауыр, аслыҡ, яланғаслыҡ хөкөм һөргән. Халыҡ «таяҡ»ҡа эшләгән ваҡыт. Эш нормаһын үтә­һәң, аҙыҡ була, юҡ икән – һорама. Бигерәк тә ауылдың ҡатын-ҡыҙҙарына ҡыйынға тура килгән, сөнки ир-егеттәрҙең күбеһе һуғыштан әйләнеп ҡайтмаған. Ҡул көсө етешмәй, бөтә ауыр эште улар башҡарған.

Көндәрҙән-бер көндө эш өҫтөндә Хөснә өләсәй ауырып китә һәм ир бала донъяға килә. Эргәлә генә ҡотоҡ. Тыуғас та баланы шуның һыуы менән йыуындыралар. Сабыйға Ирек тип исем ҡушалар. Ә ҡотоҡто Ирек ҡотоғо тип йөрөтә башлағандар.
Был мәғлүмәтте 1990 йылдың 12 июнендә мәктәптә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләүсе Флүрә Ырыҫйән ҡыҙы Мөхәмәтйәнова 1921 йыл­ғы Ғәрибә Нурмөхәмәт ҡыҙы Дәүләтшинанан яҙып алған.
Мин иһә мәктәптең тыуған яҡты өйрәнеү буйынса белгесе, баш­ҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыу­сыһы, «Сатҡылар» әҙәби-ижад тү­ңәрәге етәксеһе Сәй­ҙә Ғәбдинур ҡыҙы Сәйәхованан һорашып белдем.

Гөлүзә ИШЕМОВА, «Сатҡылар» әҙәби-ижад түңәрәге ағзаһы.
Бөрйән районы, Мәһәҙей мәктәбе.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code