Ир-ат – донъя тотҡаһы, ҡатын-ҡыҙ – уның биҙәге

Был донъяла берәүҙәр һәр ваҡыт ниҙәндер ҡәнәғәт түгел, аҙым һайын зарлана, һуҡрана, тормоштоң тик кире яҡтарын ғына күрә. Ә икенселәр, киреһенсә, һәр саҡ күтәренке кәйефле, шат күңелле, бөтә нәмәнән тик ыңғай һыҙаттарҙы ғына эҙләй. Улар­ҙың оптимистик рухы башҡалар­ға ла күсә. Рифа Зәйет ҡыҙы менән Рәсүл Абдулхаҡ улы Сәхийәровтар – нәҡ шундайҙар.

Рифа Зәйет ҡыҙы Белорет районының Шығай мәктәбендә 38 йыл балаларға математиканан белем бирә. Баҫалҡы холоҡло, кешене тыныс, иғтибарлы тыңлай белгән, уҡыусыларға талапсан һәм итәғәтле уҡытыусының абруйы ҙур була. Балаларға төплө белем биреү өсөн ул һис ваҡыт менән иҫәпләшмәй. Егәрле уҡытыусы ғаиләһендә лә – өлгөлө әсәй, уңған хужабикә. Тормош иптәше Рәсүл Абдулхаҡ улы менән матур тормош ҡороп, бынамын тигән ике ул һәм ҡыҙ үҫтерәләр. Барыһы ла юғары белем ала. Ҡыҙҙары әсәһе юлынан китеп, уҡытыусы һөнәрен үҙләштергән. Ғаиләһе менән Мәләүез ҡалаһында йәшәйҙәр. Мәктәптә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта. Бер улдары Белорет ҡалаһында геодезист булып эшләй. Бына тигән ғаиләһе бар. Олатай-өләсәйҙәрен ҡыуандырып, ике ейән-ейәнсәрҙәре үҫеп килә.
Әлеге көндә Рифа инәй менән Рәсүл олатай хаҡлы ялдалар. Шулай бул­һа ла, ҡул ҡаушырып ултырмайҙар. Кәртә тултырып мал, ҡош-ҡорт тоталар, баҡса үҫтерәләр. Уңғанлыҡтары, тырышлыҡтары менән йәштәргә үрнәк булып торалар. Ялға ҡайт­ҡан балаларын һағынып көтөп алалар һәм изге фатихалары менән оҙаталар. Мин уларға ҡарап һоҡланып бөтә алмайым. Алдағы тормош юлында бәхетле ҡартлыҡ, балаларының шатлыҡ-ҡыуаныстарын күреп, оҙон-оҙаҡ йәшәүҙәрен теләйем.

Егор ЛОМАЕВ, V синыф уҡыусыһы.
Белорет районы, Шығай мәктәбе.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code