Инвалидтарға уңайлыҡтар булдырыла

Рәсәй мәктәптәренең һәр бишенсеһендә инвалид балаларҙы уҡы­тыр өсөн уңайлы шарттар булдырыл­ған, тип белдерҙе үҙҙәренең киңәйтелгән ултырышында мәғариф һәм фән министры Ольга Васильева. Үткән йылда Рәсәй Федерацияһы­ның 81 төбәгендә 973 белем биреү учреждениеһы инклюзив белем би­реү өсөн уңайлыҡтар тыуҙырған.

Һуңғы 7 йылда бындай белем усаҡтарының һаны 9 мең 600-гә еткән. Әлеге уҡыу йылында балалар йорттарында, интернат-мәктәптәрҙә, интернат-йорттарҙа йәшәүсе мөмкинлеге сикле балалар араһында бө­төнләй уҡымағандар һаны 72 про­цент­ҡа кәмегән, йәғни улар һаны бөгөн – 217, 2016 йылда 775 бул­ған.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code