Инвалид балаларҙы ҡотланыҡ

Көтөп алған, ҡыуаныслы, яратҡан байрамыбыҙ – Яңы йылды матур итеп ҡаршыланыҡ. Был ваҡыт – мөғжизәләр, уй-теләктәрҙең тормошҡа ашыр мәле. Байрам әллә күпме матур тәьҫораттар бүләк итә.

Беҙ, Исмаил ауылының йәш депутаттары, мин һәм Валентина Хәкимйәнова, Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу костюмдары кейеп, сәләмәтлеге буйынса мөмкинлеге сикләнгән ҡыҙҙар һәм малайҙарҙы 2018 йыл менән ҡотлап, бүләктәр бирҙек. Инвалид бала тәрбиәләүсе 10 ғаиләнең өйөндә булдыҡ. Улар ҙа беҙҙе шиғыр һөйләп, йырлап ҡыуандырҙы. Бергәләп шыршы тирәләй әйләнеү ҙә хәтерҙәрендә оҙаҡ һаҡланыр әле.

Айгөл ҒӘЛИЕВА, уҡытыусы.
Дүртөйлө районы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code