Инспекторҙар менән үткән бер көн

Рейд ваҡытында.

«Өфө ҡалаһының йәмәғәт хәүефһеҙлеге үҙәге» 2012 йылда ойошторола. 2016 йылда уның тәжрибәһе Рәсәй Федерацияһы Эске эштәр министрлығы коллегияһында алдынғы тип табыла һәм илдең бүтән төбәктәрендә лә ошондай үҙәктәр асырға тәҡдим ителә. Өфөнөң һәр районында йәмәғәт хәүефһеҙлеге үҙәгенең бүлектәре бар. Уларҙың эше менән яҡынданыраҡ танышырға тип, беҙ Орджоникидзе районы буйынса балиғ булмағандарҙың хоҡуҡ боҙоуын иҫкәртеү бүлеге инспекторҙары менән бер көнөбөҙҙө үткәрергә булдыҡ. Был мөмкинлек өсөн бүлек етәксеһе Ирина Михайловна Железнякка рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.

Тәртип һаҡсылары еңдәренә эмблема тағылған күк төҫтәге махсус формала йөрөй. Уларҙы белем усаҡтарында, балалар майҙансыҡтарында, китапханаларҙа – төрлө урындарҙа күрергә мөмкин. Маҡсаттары: балалар һәм үҫмерҙәр араһында хоҡуҡ, тәртип боҙоуҙарҙы иҫкәртеү. Ошо йәһәттән уҡыусылар алдында лекциялар менән сығыш яһайҙар, викториналар үткәрәләр, полицияла, мәктәп эсендә иҫәптә торған үҫмерҙәр менән айырым һөйләшәләр, аңлатыу эштәре алып баралар.
Йәйге каникул ваҡытында лагерҙа ял итеүсе ҡыҙҙар һәм малайҙар менән осрашалар. Был юлы Орджоникидзе районының «Ысыҡҡай» лагерына юлландыҡ. Етәксеһе Татьяна Ивановна Закирова әйтеүенсә, смена спорт йүнәлешендә эшләй икән. Хәүефһеҙлек үҙәге инспекторҙары Гөлназ Закирова менән Ләйсән Абдуллина балаларҙы «Ҡанун» һәм «Тәртип» тигән ике командаға бүлеп, бик ҡыҙыҡлы викторина үткәрҙе. Эйе, йәмғиәткә үҙ хоҡуҡтарын яҡшы белгән тәртипле кешеләр кәрәк.
– Тәҙрә ватыусы ниндәй яуап­лылыҡҡа тарттырыла? Административмы, енәйәтиме?
– Административ!
– Ә белә тороп урланған әйберҙе һатып алыусы?
– Енәйәти яуаплылыҡҡа тарттырыла.
– Дөрөҫ, маладистар! Уҡыу­сылар машинаны алып ҡасып, өҫтәүенә, ватһалар?
– Был инде енәйәт!

Ошондай күренештәргә лә тап булдыҡ.

Бына ошолайыраҡ барҙы викторина. Ике команданан берәр кеше дөрөҫ яуаптарҙы баһалап, мәрәйҙәрҙе һанап бар­ҙы. Уҡыусылар хәбәр тыңлау­ға ҡарағанда, уйын аша мәғлүмәт алырға ярата. Әле лә ҡыҙыҡлы уйындар ойошторолдо. Мәҫәлән, бирелгән хәрефтәрҙән һүҙ төҙөү. Әлбиттә, бөтәһе лә хоҡуҡ, ҡанундар менән бәйле ине. Балаларҙың был өлкәлә белемле генә булыуы ҡыуандырҙы. Инспекторҙар улар­ға артабанғы каникул көндәренең дә матур, бәлә-ҡазаһыҙ үтеүен теләне. Үҙеңә тырышыр­ға, тәртипле, һаҡ булырға кәрәк инде.
Хәүефһеҙлек үҙәге хеҙмәт­кәрҙәренең эше бының менән генә сикләнмәй. Уларҙың тағы бер йүнәлеше: имен булмаған ғаиләләрҙә йәшәгән балалар­ҙың хәүефһеҙлеген яҡлау. Ҡыҙ­ғанысҡа ҡаршы, Черниковка биҫтәһендә ундайҙар етерлек. Ата-әсәһе эсә, эшләмәй, балалар ҡарауһыҙ, ашарҙарына юҡ. Хатта фатир­ҙарында бер карауат булмаған, иҙәндә йоҡлап йөрөргә мәжбүр ғаилә бар икән.
Инспектор Ләйсән Разетдинова үҙенә бүлеп бирелгән учас­токтағы иҫәптә торған бер нисә ғаиләгә барғанда мине лә эйәртте. Дөйөм ятаҡтың бер бүлмәһе. Тәүге ишеккә оҙаҡ ҡына шаҡыйбыҙ, асманылар. Әммә Ләйсән Рәмис ҡыҙы әйтеүенсә, улар өйҙә булһа ла, үҙҙәренә индереп бармай икән. Ысынлап та, коридорҙа осраған ҡыҙҙарҙан һорашҡайныҡ, яңыраҡ ҡына балаларын урамда күреүҙәрен әйттеләр. Тимәк, ысынлап та, өйҙәләр…
Түбәнге ҡаттағы берәүҙәргә барҙыҡ. Балалары ғына ҡаршы алды, атай-әсәйҙәре, имеш, поликлиникаға киткән. Былай таҙа ғына кейенгәндәр, ҡараулы ғына кеүектәр, әммә өлкәндәр эсергә ярата икән, шуға күп ваҡыт балалар үҙ ихтыярына ҡуйыла. Өсөнсө ҡыҫыҡ ҡына бүлмәлә өс балалы ғаилә көн күрә. Беҙ ингәндә, өсөһө лә йоҡлап ята ине. Ҡыҙыҡ, ҙурыраҡтары ла, бәпестәре лә көпә-көндөҙ, сәғәт өстәрҙә әүен баҙарына киткән…
– Улар шулай ваннанан һуң йоҡлап алалар, – ти әсәй кеше. Әллә, әллә, төндә йоҡоһо туй­ған баланы көндөҙ йоҡлатыр­һың-йоҡлатмай ҙа, тигән уй килә башҡа… Кем белә, бәлки кисә тауышланып, эсеп ултыр­һалар, бынау бәләкәй генә бүлмәлә… Инспектор бында ҡатын менән оҙаҡ ҡына әңгәмәләште. Атайҙары яңыраҡ эшкә урынлашҡан икән, әсәй кешегә, улдары иҫәптә тороуы айҡанлы, балиғ булмағандар эштәре буйынса комиссияға барырға саҡырыу килгән. Ул тәүҙә: «Бәләкәй бәпәй бар бит, ирем эштә, әле генә бара алмайым», – тип аҡланһа ла, вәғәҙә итте. Ҡатындың был ҡылығынан уҡ оло балаһы яҙмышына битарафыраҡ булыуы күренеп тора инде.
Был дөйөм ятаҡтан ауыр уй­ҙар менән сыҡтыҡ.
– Күберәк эскесе ғаиләләрҙе күҙәтеү аҫтына алғанһығыҙ икән, – тим Ләйсәнгә.
– Эйе, бер үк картина, тиһәң дә була. Ана, күрәһегеҙме, баяғы, әсәйемдәр поликлиникала, тигән балалар китеп бара. Ана шулай урам буйлап йөрөй­ҙәр инде ата-әсәһе йүнләп ҡарамағас, – тип юл аша йүгерә-атлай сығып барған өсәүгә күр­һәтте. – Бынау өйҙә лә минең күҙәтеү аҫтындағы ғаиләләр бар, инеп сығайыҡмы? Ана, балкондарының ишеге асыҡ.
Икенсе ҡатҡа күтәреләбеҙ, ишектәрен шаҡыйбыҙ, әммә асыусы юҡ. Өмөттө өҙөп, икенсе берәүҙәрҙең ишек төбөнә киләбеҙ. Шунда уҡ килеп асалар һәм беҙҙең алда тап-таҙа итеп йыуылған иҙән, матур итеп йыйыштырылған өй пәйҙә була. Инспекторҙың ҡыуанысының сиге юҡ.
– О-о-о, һеҙҙә бөгөн ҡайһылай матур! – тип хужабикәгә лә һоҡланыуын белдерҙе. Уны­һының да йөҙө нурлы, эргәһендәге ҡыҙы ла шат күңелле.
– Ә өләсәйегеҙ ҡайҙа?
– Эшкә урынлашты. Улыма ла эш табылды, – тип йылмая әсә.
Өс бүлмәле фатир. Матур итеп йыһазландырылған. Бөхтәлек. Инспекторҙың һыуыт­ҡысты ла асып ҡарарға хоҡуғы бар икән. Ул да ризыҡ менән тулы, Аллаға шөкөр.
– Вәт, исмаһам, үҙгәреш, алға китеш! Яҙ көнө килгәндә, ныҡ эсем бошҡайны, әсәй ҙә, өләсәй ҙә эсә ине. Бала ла, өй ҙә ҡарауһыҙ. Бына бит төҙәлгәндәр! Өләсәй кеше эшкә ингән. Ә был ҡатын инвалидлыҡ буйынса пенсия ала. Әле эсеүҙе ташлағаны йөҙөнән үк күренеп тора.
Ләйсән Рәмис ҡыҙы яҙғы профилактик әңгәмәһенең һөҙөмтәһен күреп бик ҡыуанды. Һүҙ ыңғайында теге ишек асмаған ғаилә тураһында ла һорашты. Ә ҡатын, улар һаман да элеккесә, шул килеш көн күрә тип, балкон тәҙрәһенән урамдағы майҙансыҡта тиҫтерҙәре менән уйнаған ҡыҙҙарын күрһәтте. Сәстәре тарап үрелмәгән, күҙҙәре моң­һоу…
Йәмәғәт хәүефһеҙлеге инс­пекторҙарының эше еңелдән түгел икән. Улар тағы комендант сәғәте ҡағиҙәләренең теүәл үтәлеүен тикшереп тә рейдтарҙа йөрөй. 2016 йылда ошо йәһәттән 2 мең 58 атай-әсәй яуаплылыҡҡа тарттырыл­ған. Балиғ булмағандарға спиртлы эсемлектәр һатыуҙы асыҡлау буйынса рейдта 108 протокол төҙөгәндәр. Атай-әсәйҙәр менән аңлатыу эштәре алып баралар, һөйләшәләр, яҡшы яҡҡа үҙгәрергә өгөтләй­ҙәр. Балаларҙың бәхетле тормошо өсөн хеҙмәт иткән инс­пекторҙарға эштәрендә уңыштар теләйек.

Эльвира ӘСӘҘУЛЛИНА.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code