Инйәр – мәктәп батыры!

Мәктәбебеҙҙә Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арнап «Мәктәбем батыры» исемле ярыш үтте. Унда VIII – XI синыф егеттәре ергә ятып ҡал­ҡыныу, гер күтәреү, автоматты һүтеп-йыйыу һәм дөйөм ғәскәри һаҡланыу костюмын кейеү буйынса үҙҙәрен һынаны.

Тимур Мәмбәтҡолов III урын алһа, Ирхан Мәһәҙиев икенсе булды. Ә «Мәктәбем батыры» исемен Ин­йәр Ғәбитов яуланы. Улар барыһы ла Маҡтау билдәһе менән бүләкләнде.
Минеңсә, бындай сараларҙа егеттәр үҙҙәрен һынап ҡына ҡалмай, ҡыйыулыҡҡа, шулай уҡ башҡалар араһында үҙҙәрен тоторға ла өйрәнә.

Заһиҙә РӘЖӘПОВА, йәш хәбәрсе
Әбйәлил районы, Ҡаҙмаш мәктәбе.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code