Император энағарағы

Ҡәҙерле балалар! «Ҡыҙыл китап»ҡа ингән күп үҫемлектәр тураһында белдек инде. Ә хәҙер бөжәктәрҙе лә танырға өйрәнәйек.

Башҡортостандағы иң эре, иң матур сиңерткәләрҙең береһе ул. Бәлки, Дюймовочканың энәһен урлаған ҡәрҙәшенән дә арттырып ебәргәндер. Император ғали йәнәптәренең затлы энәһен сәлдерергә баҙнат иткәндер? Зәңгәр арҡаһынан ҡап-ҡара булып күренеп тора һымаҡ ул энә! Әкиәт инде…

Император энәғарағының күҙҙәре бик үткер, ахырыһы, үлән араһындағы ҡарышлауыҡты ла, һыуҙа ыуылдырыҡ эсендәге кескенә яралғыны ла тиҙ үк күреп ҡала һәм аяҡтарындағы һиҙгер ҡармауыстары менән тотоп та ала.
Халыҡ телендә уны «зәңгәр сиңерткә» тип тә йөрөтәләр. Үтә күренмәле ҡанаттары ебәк кеүек, йәшел түшендә – нағышлы биҙәк. Ә күҙҙәре ҙур һәм зәп-зәңгәр!
Император энәғарағы Скандинавиянан Африкағаса һәм Атлантик океандан Үҙәк Азия тауҙарынаса йәйелгән киңлектәрҙә таралған. Башҡортостаныбыҙҙа иһә был гүзәл бөжәкте Учалы районының Ҡарағайлы күле тирәһендәге мөхиттә генә осратырға мөмкин. Рәсәйҙә лә ул кәмегәндән-кәмей бара.

Гөлнур ЯҠУПОВА.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code