Илемде, иңемде һаҡлай ғаиләм – ҡәлғәм минең!

Һаумы, Жәмһәриә! Һиңә Әбйәлилдән хат яҙыусы Нәркәс булыр. Хатыңды алдым, сәләмдәреңде еткер­ҙем. Нимә яҙғанһың, барыһын да аңланым. Хәлдәрең нисек? Ниндәй яңылыҡтар бар? Каникулда ҡай­ҙа барырға йыйынаһың? Ниндәй китаптар уҡырға яратаһың?
Һин минең ғаиләм тураһында яҙыуымды үтенгәнһең, һорауыңды үтәйем. Өләсәйем тәфсирләп шәжәрә тураһында һөйләгәйне. Бына нимә тине ул: «Баш­ҡорт шәжәрәләре йөҙҙәрсә йылдар буйына быуындан-быуынға төҙөлә килгән, ҡат-ҡат күсереп тә яҙылған, улар буйынса мәғлүмәттәр балаларға һәм ейәндәргә тапшырылған. Нәҫел ептәрен ырыу аҡһаҡалдары яҡшы белгән. Уны ете быуынға тиклем белеү мотлаҡ һаналған. Мәҫәлән, XIX быуаттың баш­ҡорт мәғрифәтсе-демократы Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев «Башҡорттар» тигән хеҙмәтендә яҙыуынса, аҫаба башҡорттар өсөн түбәндәге өс нәмәне белеү мөһим: тамыр­ҙарын белеү; йондоҙҙар­ҙы исемдәре менән белеү һәм аңлатыу; бөйөк хандар тураһындағы ри­үәйәттәрҙе һәм хикәйәттәрҙе белеү».

Ә бына Баймырҙиндар шәжәрәһен миңә ҡарт өләсәйем Мәреүәт Баймырҙина һөйләне. Уға 82 йәш, әлеге ваҡытта Әбйәлил районы Юлдаш ауылында йәшәй. Аҡмырҙа – Баймыр­ҙа – Мулләхмәт – Абдрафиҡ – Байрамғол – Хатип – Таһир – Салауат, Нәркәс. Шулай итеп, мин – һиге­ҙенсе быуын вәкиле.
Аҡмырҙа олатайым бик бай, етеш йәшәгән. Ҡуй-ҡуй һарыҡтары, көтөү-көтөү йылҡыһы булған. Уның улы Баймырҙа ла бик шәп донъя көткән. Иң ҙур күтәрмәле өйө ауылда уныҡы ғына бул­ған. Был турала Юрий Здроговтың китабында яҙылған. Етеш йәшәү рәүеше ҡанға һалынған. Ҡарт олатайым Байрамғолдоң да иң тәүге төҫлө телевизоры ла, мотоциклы ла, машинаһы ла ауылда иң беренселәрҙән алына. Ул ғүмер буйы «Заветы Ильича» колхозында мал ҡараусы булып эшләй. Өсөнсө дәрәжә Дан ордены кавалеры, хеҙмәт ветераны, Социалистик Хеҙмәт батыры, тип яҙыл­ған Әбйәлил энциклопедияһында.
Ҡарт өләсәйем Мәреүәт менән 6 бала тәрбиәләй­ҙәр. Биш малай: иң ҙуры – олатайым Хатип, артабан Әнүәр апа, Фәнил апа, Вәкил апа, Әсҡәт апа һәм бер ҡыҙҙары – Рәмзиә инәй. Минең олатайым Хатип менән өләсәйем Фәниәнең балалары икәү: атайым Таһир һәм ағайым Заһир. Олатайым милицияның Юғары мәктәбен тамамлай һәм 25 йыл буйы милицияла тәфтишсе булып эшләй. Үҙ һөнәренең оҫтаһы булараҡ, бик күп миҙалдар менән бүләкләнә. Өләсәйем Фәниә май заводында оператор булып эшләгән, уның да миҙалдары бихисап. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, өләсәйем дә, олатайым да мәрхүм булды. Улар беҙҙе ныҡ ярата ине.
Атайым олатайым кеүек милицияла эшләне, шәхси эшен асты. Әлеге ваҡытта таксиҙа йөрөй. Атайымды ныҡ яратам. Ул бер ваҡытта ла ауырымаһын, беҙҙе ҡы­уан­дырып ҡына торһон, тип теләп кенә йөрөйөм.
Әсәйем Римма – Таһир Күсимов исемендәге гимназияла башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, директор урынбаҫары. Сәскә кеүек әсәкәйем матур ҙа, наҙлы ла… Уның бер минут та буш ваҡыты юҡ, эшендә лә, өйөндә лә етеҙ тейен кеүек. Тәмле аштары, бәлештәре менән һыйларға өлгөрә. «Уңған ҡатын ҡар аҫтында ҡаҙан ҡайнатыр», – ти ул. Миңә уның биге­рәк тә ҡоймаҡтары оҡшай. Салаттар яһарға, тәм­ле­кәстәр бешерергә әсәйемдән өйрәнәм. «Эшең минең өсөн булһа, өйрәнеүең үҙе­ңә», – тип әйтергә ярата.
Ағайым Салауат XI синыфты тамамлай. Яҡшы уҡый, төрлө сараларҙа алдынғылыҡты бирмәй. Уның портфолиоһында Маҡтау ҡағыҙҙарының иҫәбе-хисабы юҡ. Шуға мин дә тырышам. Ағайым оҫта итеп ҡурайҙа уйнай, бейей. Математика һәм тарих фәндәрен ярата, фәнни конференцияларҙа ҡатнаша. Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ, тигән мәҡәлгә таянып, атай-әсәй эшкә өйрәтә. Шуға күрә компьютерҙа ла соҡсона, машина ла йүнәтешә.
Мин дә ағайымдан ҡалышмайым, һигеҙенселә тик яҡшы билдәләргә өлгә­шәм. Төрлө конкурстарҙа ҡат­нашам, сәнғәт мәктә­бен­дә ҡыл-ҡумыҙҙа, фортепьянола уйнарға өйрәндем. Китап уҡырға әүәҫмен. Мәктәп китапханаһында уҡымаған китабым ҡалманы.
Ә Заһир ағайым Башҡорт дәүләт университетының та­рих факультетында магистратурала белем ала. Бер үк ваҡытта Фатима Мос­тафина исемендәге 20-се башҡорт гимназия­һын­да тарих фәненән уҡыта.
Әйткәндәй, республикала беҙҙең шәжәрәнән билдәле шәхестәр ҙә байтаҡ. Әсәйем Римманың атаһы, йәғни минең ҡартатайым Фәйзулла яғынан «Башҡорт­остан» гәзите мөхәррире Абдулла Ғиниәт улы Исмәғилев, «Ейәнсура таңдары» гәзите мөхәррире Мә­ғәфүр Ғиниәт улы Исмәғилев, билдәле эс­трада йырсыһы, 60 телдә йырлаған йырсы Мәғфирә Ғәлиева, күренекле табип, Республика перинаталь үҙәгенең бүлек мөдире Рәүфә Йәнтилина һәм башҡалар. Беҙҙең шәжәрәлә ат­ҡа­ҙанған уҡытыусылар, табиптар, бейеүселәр, полиция хеҙмәткәрҙәре бихисап.
Өләсәйем Фәниәнең тамырҙары Яҡшымбәтовтар­ға тоташа. Зәки Вәлидиҙең ҡатыны Нәфисә Яҡшымбәтова, күренекле режиссёр Малик Яҡшымбәтов – беҙҙең аранан сыҡҡан мәртәбәле шәхестәр. Ғаиләбеҙ барлыҡ туғандарыбыҙ менән аралашып, ҡатышып йәшәй, Шәжәрә байрамдары, «Һаумы­һы­ғыҙ, ауылдаштар!» сараларын уҙғарабыҙ. Тыуған Баш­ҡорт­останыбыҙҙағы бихисап райондар: Әб­йә­лил, Ейәнсура, Нуриман, Ҡариҙел, Шишмә, шулай уҡ Стәрлетамаҡ, Ишембай, Өфө ҡалаларындағы барлыҡ туғандарыбыҙға һәр саҡ ишегебеҙ асыҡ. Быуындар сылбыры өҙөлмәһен, тип теләйем.
Шулай уҡ беҙ ҙә ғаиләбеҙ менән төрлө ерҙәргә сәйәхәт итергә яратабыҙ, төрлө ярыштарҙа ла ҡатнашабыҙ. «Иң күп китап уҡыусы» район бәйгеһендә беренсе урын алдыҡ.
Ғаилә – бик матур һүҙ. Уны бер дәүләт кеүек күрәм. Тәбиғәт көйһөҙ булып та ала, ә мин ғаиләмде тик ҡояш илендә генә булыуын теләйем. Сағыу ҡояшыма күҙ ҙә теймәһен, ҡара болоттар ҡапламаһын. Тик бәхетле, имен бала саҡ бар тормошомдо оҙата барһын. Атай-әсәйемдең йылыһы, иркәләп-һөйөүҙәре һәммәбеҙгә лә етә, бына шуның менән бәхетлемен. Минең кеүек донъяла һәр бала ата-әсәле булып үҫһен, тип теләйем. Ғаиләм – ҡәлғәм һәр саҡ ғәмле булһын, ар­ҡаланыр рухи терәк-таяныс, зауыҡлы йыуаныс бул­һын.
Илемде, иңемде һаҡлай
Ғаиләм – ҡәлғәм минең!
Хатымды тамамлайым, һин дә үҙеңдең ғаиләң тураһында минең кеүек ентекләп яҙырһың, тип ышанам. Бөтә туғандарыңа сәләм еткерәм.

Нәркәс БАЙМЫРҘИНА.
Әбйәлил районы, Асҡарҙағы Таһир Күсимов исемендәге гимназия.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code