Ил улына бағышлап

Ғафури районы мәктәптәрендә иншалар конкурсы үтте. Унда ҡатнашыу­сылар «Шакир Насиров ижады» һәм «Оран һала Ер-әсә» тигән темаларға ижади эштәр башҡарҙы. Иң шәп яҙмалар район кимәлендәге бәйгегә ебәрелде. Уны мәғариф бүлеге Еҙем-Ҡаран мәктәбе менән берлектә ойошторҙо.

Ә инде ижади эштәр тикшерелгәс, «Ил улы» тип аталған йомғаҡлау кисәһе уҙғарылды. Прозаик, драматург, журналист Шакир Насировтың ижадын яҡташтары ярата, ҡыҙыҡһына икән. Шулай булмай ни, уның әҫәр­ҙәре бик халыҡсан, «Силәгенә күрә – ҡапҡасы», «Бүләгем», «Ҡолмәт ҡоҙа» кеүек пьесалары, интермедиялары юморға бай. Еҙем-Ҡаран мәктәбе уҡыусылары яҡташтарының әҫәрҙәренә һүрәттәр ҙә төшөргән, Шакир Насировтың тормошо һәм ижадына бағышланған күргәҙмә лә кисәне йәмләп ебәрҙе.
Бүләкләү тантанаһына Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған уҡытыу­сыһы Ғиндулла Шәйәхмәтов, филология фәндәре кандидаты, Жәлил Кейекбаев йорт-музейы директоры Римма Ишмырҙина, Мәжит Ғафури йорт-музейы директоры Рәсилә Нәжметдинова, ветеран-уҡытыусы, Шакир Насировтың ауылдашы Фатима Сафина ла килгәйне. Улар яҡташтарын хәтерләп, иҫтәлектәре менән уртаҡлашты.
– Беҙ Шакир Насировтың ижадын үҫтереүгә, уның музейын асыуға күп көсөбөҙҙө һаласаҡбыҙ. Был эште Ибраһим мәҙәниәт йортонда эшләгәндә үк башлаған инем. Бер аҙ материал тупланыҡ та инде. Алдағы йылдарҙа был бәйгене дауам итергә, уны «Насири уҡыуҙары» тип атап үткәрергә уйлайбыҙ, – ти Еҙем-Ҡаран мәктәбенең директоры Фирүзә Хөрмәт ҡыҙы Әбделмәнова.
Тулҡынланып көткән минуттар яҡынлаша. Еңеүселәрҙең исемен иғлан итергә район мәғариф бүлеге методисы Альбина Булат ҡыҙы Басирова сыға. Ул бәйгелә уҡыусылар­ҙың ихлас ҡатнашыуын, килгән ижади эштәрҙең бик тәрән фекерле, йөкмәткеле булыуын билдәләп үтте. Ә кемдәр иң-иңеме? Урыҫ мәктәптәре араһында Зөлфирә Шәйәхмәтова (Табын) – I, Юлиә Рамаҙанова (Яңғыҙҡайын) – II, Индира Иҙрисова (Красноусолдағы 3-сө мәктәп) III урынға лайыҡ булды. Башҡорт мәктәптәре ара­һында (V – VIII, IX – XI синыфтар) Ай­наз Рафиҡов (Красноусолдағы баш­ҡорт интернат-гимназияһы), Алһыу Ҡоломбәтовалар (Еҙем-Ҡаран) еңеп сыҡты, II урында – Юлдаш Байбулдин (Сәйетбаба), Гүзәлиә Мәүлитҡолова (Красноусолдағы башҡорт интернат-гимназияһы), III урында – Лилиә Әбел­ғатина (Красноусолдағы башҡорт интернат-гимназияһы), Илвина Мөхәмәтйәновалар (Еҙем-Ҡаран).
Ысынлап та, яҙмалар береһенән-береһе һоҡландырғыс ине. Мәҫәлән, Красноусолдағы башҡорт интернат-гимназияһы уҡыусыһы Айназ Рафиҡов үҙенең иншаһында: «Һеҙ – бәхетле кеше. Сөнки ижадығыҙҙы беҙ уҡыйбыҙ, киләсәктә тағы ла өйрәнербеҙ, тип һүҙ бирәм. Шакир олатай, мин һеҙҙең менән ғорурланам. Халыҡ күңелендә исемегеҙ мәңге йәшәр», – тип яҙған.
– Минең темам яҙыусыбыҙҙың ижадына бағышланды. Синыфтан тыш уҡыу китаптарына Шакир Насировтың әҫәрҙәре ингән. Ә былай үҙең эҙләһәң, табыуы ауырыраҡ. Шулай ҙа тырыштым инде. Уҡытыусым Миңһылыу Мирхәйҙәрова ла ярҙам итте, – ти Еҙем-Ҡаран мәктәбенән еңеүсе Алһыу Ҡоломбәтова.
Ә Гран-при хужаһы кемме? Юлыҡ мәктәбенән Динара Насирова. Ҡыҙ башта эшен шиғыр итеп яҙа, шунан ҡобайыр итеп үҙгәртә. Унан Ерәнсә сәсән менән Ер-әсәнең әйтеше рәүешенә килтерә. Бик уңышлы килеп сыҡҡан. Тыңлап иҫебеҙ китте.
Призлы урын алыусыларҙың барыһы ла Почёт грамоталары һәм аҡсалата премиялар менән бүләкләнде. Конкурсты ойоштороуға күп көс һал­ған Еҙем-Ҡаран мәктәбе директоры Фирүзә Әбделмәнова, директорҙың тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары Гөлнур Батыршина, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Миңһылыу Мирхәйҙәровалар Рәхмәт хаттары алып ҡыуанды.

Гөлназ ШӘЙХЕТДИНОВА.
Ғафури районы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code