Ил ағаһы

Ҡобайыр
Билдәле педагог-мәғрифәтсе, Башҡортостан Республикаһының халыҡ мәғарифы отличнигы Мөхәмәтғәле Ғәли улы Исҡужинға арнайым.

Исҡужиндың аҡ исемен
Онотмайыҡ, данлайыҡ.
«Башҡортса уҡығыҙ!» – тигән
Васыятын аҡлайыҡ.
Һа-ай! Ил ағаһы Мөхәмәт!
Ихтирам һиңә, хөрмәт!

Милли мәктәптәр асыусы,
Мәғрифәткә өндәүсе,
Телебеҙ йәшәһен өсөн
Күп саралар күреүсе.
Һа-ай! Башҡорт улы Мөхәмәт!
Уҙаман, һиңә хөрмәт!

Һәр саҡ исемең данлана,
Халҡым һиңә һоҡлана.
Хаҡ эштәрең дә һаҡлана,
Аманатың аҡлана!
Һа-ай! Ил ағаһы Мөхәмәт!
Ихтирам һиңә, хөрмәт!

Фидалиә ҠАРАҘБАЕВА, VIII синыф уҡыусыһы.
Күгәрсен районы, Мораҡ башҡорт гимназияһы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code