Икенсе урын беҙҙекеме?

«Салауат Юлаев» үҙ боҙонда дүрт уйынын үткәрҙе. Ҙур һынау кеүек булды улар. Ни тиһәң дә, һаман да беҙҙең команданың плей-оффҡа сығыуы хәл ителмәй бит. «Амур», «Себер», «Авангард» менән ҡыҙыу көрәш бара. Урын өсәү генә, дүртәүҙең кемеһе артыҡ булыр? «Салауат Юлаев»ҡа ҡалған ике уйында дүрт мәрәй яулау ҙа етә. Ул сағында беҙҙекеләр бик юғарыға – икенсе урынға күтәреләсәк. Тимәк, 27 февралдә – «Сочи» хоккейсылары, 1 мартта «Аҡ Барс» менән Өфөләге алыштарҙа ныҡ тырышырға кәрәк инде.

Юлаевсыларҙың әле 87 мәрәйе бар. «Витязь» (Подольск) менән – 4:1, ЦСКА (Мәскәү) менән – 2:1, «Слован» (Братислава) менән 5:3 иҫәбенә уйнанылар. Ә бына «Йокерит»тан (Хельсинки) еңелеп ҡуйҙылар, ярай әле буллит буйынса – 4:5. Әйткәндәй, был дүрт уйында ла ҡапҡасыбыҙ Бен Скривенс ял итте. Күберәген командабыҙға яңыраҡ килгән Иван Налимовты һынанылар. Ҡапҡаһын ышаныслы һаҡланы ул. «Йокерит» менән осрашҡанда ғына хаталанды, дөрөҫөрәге, ҡотҡарманы. Бер еңел генә голды үткәрҙе, буллит һуҡҡанда ла оҫталығын күрһәтмәне. Ә Андрей Кареев ЦСКА менән уйнағанда боҙға сыҡты. Ҡапҡаһында шәп торҙо, хатта Кирилл Капризов та гол индерә алманы.
Хәҙер инде тренерҙарыбыҙ баш вата: был икәүҙең кемеһе төп ҡапҡасы булыр? Көйәрмәндәрҙең күбеһе Кареев яҡлы. Һеҙ нисек уйлайһығыҙ?
Тиҙҙән Көньяҡ Кореяла Ҡышҡы олимпиада уйындары башлана. Шуға хоккейсылар өсөн дә тәнәфес иғлан ителде. Рәсәй йыйылма командаһына юлаевсыларҙан берәү ҙә эләкмәне. Шулай ҙа Линус Умарк (Швеция), Бен Скривенс (Канада), Теему Хартикайнен менән Йоонас Кемппайнен (Финляндия) олимпиадаға барасаҡ. Уларҙың бөтәһенә лә – хәйерле юл, ә Рәсәй йыйылма командаһына еңеп ҡайтыуын теләйек. Белеп тораһығыҙ, олимпиада дүрт йылға бер генә үтә, етмәһә, быныһы шундай ҡатмарлы шарттарҙа. Спортсыларыбыҙҙы ҡыҫымға алдылар бит. Беҙҙең хоккейсылар бирешмәҫ, һынатмаҫ әле. Бөтә Рәсәй, көйәрмәндәр һеҙҙең менән!

М. КӨЙӘРМӘНОВ.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code