Икенсе тур

Бишенсе мәсьәлә.

Бишенсе мәсьәлә

Аҡтар башлай ҙа өс йөрөштән мат ҡуя.
Позицияны ҡабатлайбыҙ. Аҡтар – Крһ4, Фе5, Кf3, Кg5 (4 фигура), ҡаралар – Крһ6, Ла8, Сb1, ппg4, g6, g7 (6 фигура).
Мәсьәләнең авторы – Американың билдәле шахмат композиторы Самуэль Лойд. Композиция тәүге тапҡыр 1855 йылда баҫылып сыға.
Сиселеш көслө аҡ фигураның юҡ ителеүе менән башлана. Ике вариантты һәм өс мат ҡуйыу позицияһын табырға кәрәк.

Алтынсы мәсьәлә.

Алтынсы мәсьәлә

Аҡтар башлап, был юлы ла өс йөрөштән мат ҡуйырға тейеш.
Позицияны ҡабатлайбыҙ. Аҡтар – Крg1, Фһ6 (2 фигура), ҡаралар – Крһ3, Сс8, ппd3, g4, һ4 (5 фигура).
Тәүге тапҡыр 1949 йылда баҫылып сыҡҡан был миниатюраның авторы – В. Массман.
Сиселеш ҡара филгә һөжүмдән башлана. Дүрт вариантты ла күрһәтергә кәрәк буласаҡ.

Етенсе мәсьәлә.

Етенсе мәсьәлә

Аҡтар башлай һәм өс йөрөштән мат ҡуя.
Позицияны ҡабатлайбыҙ. Аҡтар – Крf7, Фg7, ппе2, е5, f2, g3 (6 фигура), ҡаралар – Крf5 (1 фигура).
Был миниатюраны В. Чизар төҙөгән (1909).
Тәүге йөрөштә аҡтарҙың көслө фигураһы ситкәрәк күсә. Шуның менән ул ҡара королгә өс буш шаҡмаҡ ҡалдыра. Дүрт вариантты ла күрһәтергә, өсәүһе дөрөҫ мат менән тамамлана.

 

Һигеҙенсе мәсьәлә

Һигеҙенсе мәсьәлә

Аҡтар башлай ҙа шулай уҡ өс йөрөштән мат ҡуя.
Позицияны ҡабатлайбыҙ. Аҡтар –Крf6, Фf1, Кb1, Кс5, ппd3, е2 (6 фигура), ҡаралар – Кре3, Кd4 (2 фигура).
Мәсьәләнең авторы – Александр Галицкий (1900). Цугцванг.
Тәүге йөрөштә аҡ аттың берәүһе таҡтаның иң ситенә күсә. Шунан башлана һөжүм.

 

Яуаптарығыҙҙы тикшереп ҡарағыҙ

(«Йәншишмә» №41, 13 октябрь, 2017 йыл.)

Беренсе мәсьәлә

1. Фһ4 – е7! Цугцванг;
1. … Крс7 – с6
2. Фе7:с5х;
1. … Кс5:d7
2. Фе7:d7х;
1. … Кс5 – b7 (Кс5 – е6)
2. d7 – d8К!х.

Икенсе мәсьәлә

1. Фb4 – b5! Цугцванг;
1. … Кре5 – е4
2. Фb5 – е2х;
1. … Кре5 – е6
2. Фb5 – е8х.
Ике дөрөҫ мат.

Өсөнсө мәсьәлә

1. Лg1 – а1! Цугцванг;
1. … Крс3 – b2
2. Фһ1 – һ8х;
1. … Крс3 – d2
2. Фһ1 – е1х.
Сиселеш юҡ:
1. Фһ1 – d5? Крс3 – d2!
2. Фһ1 – е4? Крс3 – b2!
Өҫтәмә сиселеш:
1. Лg1 – b1 Крс3 – d2
2. Фһ1 –е1х.

Дүртенсе мәсьәлә

1. Фb4 – һ4! Цугцванг;
1. … Кре5 – d6
2. Фһ4 – е7х;
1. … f5 – f4
2. Фһ4 – f6х;
1. … Кb6 – d5 (Кb6 – d7)
2. Ке3 – с4х.
Был мәсьәләләргә дөрөҫ яуапты Айшат АҪЫЛБАЕВ, Нәфис БИКБУЛАТОВ, Родион ИШМӨХӘМӘТОВ, Динара МӨХӘМӘТЙӘНОВА, Тимур МАННАТОВ, Наҙгөл СӘҒИТОВА, Илнар ҺИБӘТУЛЛИН, Илгизәр ЙӘНСУРИН (Абҙан, Ейәнсура), Коля ШИБАЕВ (Күмертау) һәм конкурстан тыш ҡатнашыусы уҡытыусы Илһам ЛАТИПОВ (Алағуҙ, Ҡыйғы) ебәргән.
Әйҙәгеҙ, йәш шахматсылар, әүҙемерәк булайыҡ. Әлбиттә, бәйгелә ҡатнашыу өсөн «Йәншишмә»гә яҙылырға ла онотмағыҙ, йәме.

ШАХ БАБАЙ.

 

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code