Ике йәшенән үк еңеүсе булған

Гөлмирә Нарынбаева II синыфта уҡый. Ике генә йәшендә «Шоңҡар» журналы үткәргән «Минең Рәми» I интернет-конкурсында сығыш яһап, еңеү яулағайны. Ул бәләкәй сағынан шиғыр­ҙар ятланы, әкиәттәр һөйләне, йыр­лар­ға өйрәнде, хатта таҡмаҡтар ҙа сығара башланы.Ата-әсәһе – сән­ғәткә ғашиҡ кешеләр, ғаиләләре ауылда өлгөлөләрҙән һа­нала. 87 йәшлек өләсәһе лә ейәнсәре менән күп шөғөлләнде. Ҡыҙҙа әҙәбиәткә, сәнғәткә ҡыҙыҡ­һы­ныу уяттылар инде. Хәҙер ошо йүнәлештәр буйынса кон­курс­тарҙы көтөп ала. Баҡ­һаң, бәйгеләрҙә бүләк алыу түгел, Маҡтау ҡағыҙы мө­һимерәк икән ҡыҙ өсөн. Гөлмирә портфолиоһын өләсәһенең һандығында ғы­на һаҡлай. Быны, бер яҡтан, ҡыҙыҡлы, икенсе яҡтан, ғо­рур­ланырлыҡ та күренеш, тип әйтеп була. Бәләкәй булһа ла, туғаным әле үк баш­ҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булырға хыяллана. Киләсәктә яңынан-яңы үрҙәр яулар әле, уға уңыштар теләйек.

 

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code