Икәү булғас, беҙгә күңелле!

Йәй айҙарын йыл һайын көтөп алам. Шул тиклем рәхәт, күңелле бит ул. Иң оҙон каникул булһа ла, уның үткәнен һиҙмәй ҙә ҡалабыҙ.
Минең Гөлиә һеңлем бар. Бө­тә нәмәне уның менән бергә эшләйбеҙ. Ялыбыҙҙы ла фай­ҙалы һәм иҫтә ҡалырлыҡ итеп үткәрергә тырышабыҙ. Көн дә футбол уйнайбыҙ, сәскәләргә, йәшелсә-емештәргә һыу һибә­беҙ.

Буш ваҡытымда шиғырҙар яҙам, ҡумыҙҙа уйнайым, һеңлемә лә өйрәтәм. Быйыл төбәк-ара ҡумыҙсылар ярышында III дәрәжә дипломға лайыҡ булдым. Киләһе йыл, Алла бир­һә, республика бәйгеһендә ҡатнашыр­ға йыйынам. Төрлө ҡоштарҙы тыңлап, уларҙың тауышын сы­ғара беләм. Атайым эшләп бир­гән ағас һыҙғырт­ҡыста ла өйрәндем. Ул ҡайҙан ғына яһаным, тигән көнгә тө­шә. Тауы­шынан ялҡып китәләрҙер инде.
Һеңлем менән икебеҙ ҙә йыр­ларға әүәҫбеҙ. Һыу инергә лә өлгөрәбеҙ, ҡыҙынабыҙ. Үҙән йылғаһы яҡын ғына, эргәнән генә ағып ята.
Еләк йыйырға ла яратабыҙ. Был ваҡытта урманда рәхәт. Әсәйебеҙ менән бергәләп ҡыш­ҡылыҡҡа күп итеп ҡайнатма әҙерләнек.
Олатайым менән бесәнгә йө­рөүе лә күңелле. Эш күп, әммә бергәләп башҡарғас, арымайбыҙ. Беҙ, ике ҡыҙыҡай, һәр ва­ҡыт нимә булһа ла уйлап табып ҡына торабыҙ. Бушаған арала бесәнселәргә концерт та күр­һәтәбеҙ. Әсәйемдең бала табыу йортонан тағы ла бер һеңле алып ҡайтҡанын теләйбеҙ. Өс ҡыҙыҡайға тағы ла күңеллерәк булыр ине.

Зилиә ҠАРАМЫШЕВА, III синыф уҡыусыһы.
Бөрйән районы, Әбделмәмбәт ауылы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code