Игеҙәктәр – илгәҙәктәр

Игеҙәктәр Инсаф һәм Илшат Мансуровтар 2009 йылдың 4 ноябрен­дә хозур тәбиғәтле Байназар ауылында тыуған. Улар тырыш, эшһөйәр, уңған, ҡыйыу булып үҫеп килә. Балалар баҡсаһына йөрөгәндә һүрәт төшөрҙөләр, күңелле уйындар уйнанылар, йырланылар, бейенеләр. Һәр байрамда ши­ғырҙар һөйләнеләр.

2016 йылда матур гөлләмәләр тотоп, улар I синыфҡа уҡырға бар­ҙы. Тәү башлап мәктәп тормошона өйрәнеүе ауырыраҡ бул­һа ла, малайҙар һис тә юға­лып ҡалманы. Уҡыу­сы булыу был икәүгә көндән-көн ҡыҙыҡлыраҡ тойолдо һәм нығыраҡ оҡшай башланы. Элек балалар журналдарын әсәйҙәре уҡып ишеттерһә, хә­ҙер – үҙҙәре. Китап менән дә дуҫтар. Икәүләшеп кистәрен төрлө әкиәттәр, хикәйәләр уҡыу улар­ҙың иң ярат­ҡан шөғөлөнә әйләнде. Инсаф менән Илшат­тың китап яратыуын күреп, өлә­сәй­ҙәре Фәрзәнә инәй ҙә бик һөйөнә.
Үҙҙәре шашка, шахмат уйнарға өйрәнеп алған. Ҡыш көндәрендә саф һауала сана шыуалар, ә йәйҙәрен ҡояшта ҡыҙынып, рәхәтләнеп һыу инәләр. Тиктормаҫ, шаян, шуҡ малайҙар бик ҡыҙыҡһыныусан да. Һәр күренеш уларға асылмаған бер сер булып тойола.
Игеҙәктәрҙе айырыуы бик ауыр түгел. Тышҡы ҡиәфәттәре буйынса бер-береһенә ныҡ оҡшамағандар. Шулай уҡ Илшат үҙенең шаян­лығы , ә Инсаф етдилеге менән айырылып тора.
Игеҙәктәрҙең тормошо әле башланып ҡына тора. Киләсәктә үҙҙәрен бик күп һынауҙар көтә. Тик улар бирешерлек егеттәрҙән түгел, алдағы көндәрендә ҡо­ростай ныҡ булырҙар, яҡты йөҙ менән алға атларҙар, тип ышанам. Киләсәккә һөнәрен дә һайлағандар. Илшат – полиция хеҙмәткәре, ә Инсаф ғорур, баҫып, мин һалдат булам, ти.

Сәлимә ДӘҮЛӘТШИНА.
Бөрйән районы, Байназар мәктәбе.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code