«I00 китап уҡыу», «Мульти-пульти»…

Етенсе синыфты бер генә «дүртле» менән тамамланым. Ҡыштан уҡ йәйге каникулды нисек үткәрергә план төҙөп ҡуй­ғайным. Минең иң яратҡан шөғөлөм – китап уҡыу, шуға күрә башҡорт һәм урыҫ әҙәбиәтенән «100 китап уҡыу» акцияһына ҡушылдым. Әлбиттә, әсәйемә йорт тирәһендәге бөтмәҫ-төкәнмәҫ ваҡ-төйәк эштәрҙе башҡарырға ла булышам. Икәүләп баҡсаның таҙалығын үҙ өҫтөбөҙгә алдыҡ, ике тап­ҡыр матур итеп утап сыҡтыҡ. Атайым картуфты махсус ҡулайлама менән күмде һәм ҡорттарға ағыу һипте. Ә бы­на һеңлем Аделина сәскәләр өсөн яуаплы. Уның тырышлығы менән ихатабыҙ күҙҙең яуын алып ултыра. Ҡайҙа ғына бар­һаҡ та, яңы сәскә төрҙәрен алып ҡайтырға тырышабыҙ. Атайым ике ҡатлы күркәм йортобоҙҙо сайдинг менән көпләне. Йорт-тирәбеҙ тағы ла матурланып китте. Беҙ өйҙәге бө­тә эштәрҙе лә шатланып, бергәләп баш­ҡарабыҙ.

1 июндән мәктәбебеҙҙә ял һәм хеҙмәт лагеры ойошторолдо. Уҡытыусы-вожатыйҙарыбыҙ һәр көндө күңелле, бай йөкмәткеле һәм мауыҡтырғыс итеп үткәрҙе. Бигерәк тә Рәсәй киноһы йылына арналған саралар оҡшаны, улар һәр беребеҙҙең күңелендә мәңгелеккә һаҡланып ҡалыр, тип уйлайым. Юҡҡа ғына лагерҙы «Шаян кинематограф» тип атамағандар икән. «Мульти-пульти» тигән байрам беҙҙең күңелдәребеҙгә хуш килде. Анимацион фильм­дарҙы балалар үҙҙәре эшләне: һүрәтен дә, тауышын да сығар­ҙылар. Бер ай буйына уҡытыу­сы Лилиә Фәнис ҡыҙы бөтә сараларҙы ла видеоға төшөрҙө. Әле шуны монтажлайбыҙ һәм фильм эшләйбеҙ. Ул мәктәп тарихы өсөн бер иҫтәлек булып ҡалыр әле.
Тағы ла ғаиләбеҙ менән тәбиғәттә булырға яратабыҙ. Дарыу үләндәре, еләк-емеш йыябыҙ, рәхәтләнеп ял итәбеҙ. Урман эсендәге бер шишмә янында соҡор бар. Атайым икенсе ярына канат һуҙып, көстәребеҙҙе һынап ҡараныҡ. Урман беҙҙең тәнебеҙгә лә, йәнебеҙгә лә көс һәм дәрт бирә. Беҙ уға һәр ваҡыт рәхмәттәр әйтеп, көр күңел менән ҡайтып китәбеҙ. Төрлө еләк-емештән ҡайнатмалар ҡайнаттыҡ, оҙаҡламай баҡсала үҫкән йәшелсәләрҙән ҡыш буйына етерлек итеп салаттар әҙерләйәсәкбеҙ.

«Шаян кинематограф» лагерында күңелле булды!

«Шаян кинематограф» лагерында күңелле булды!

Ошо көндәрҙә ғаиләбеҙ менән Ҡандракүлгә ял итергә барырға йыйынабыҙ, кәрәк-яраҡтарыбыҙҙы теләһә ниндәй һауа торошона ҡулайлы итеп әҙерләйбеҙ, палаткаларҙың төҙөклөгөн тикшерәбеҙ. Эштең күплегенә ҡарамаҫтан, һәр көндө китап уҡырға ла, компьютерҙа ултырырға ла ваҡыт табам.
Ә иң ҡыҙыҡлы сәйәхәтебеҙ алда әле: Хәйбулла районындағы Татыр­үҙәк ауылында йәшәүсе өләсәйемә ҡунаҡҡа барасаҡбыҙ. Башҡорт­остандың бер сигенән икенсе сигенә хәтлем оҙон юл: Дүртөйлө – Кушнаренко – Ҡырмыҫҡалы – Ауыр­ғазы – Стәрлетамаҡ – Стәрлебаш – Көйөргәҙе – Күгәрсен – Ейәнсура – Йылайыр райондары һәм Өфө, Мәләүез, Салауат ҡалалары аша үтә. Маршрутыбыҙ оҙон һәм мауыҡтырғыс. Башҡортостаныбыҙҙың  матурлығына һоҡлана-һоҡлана барасаҡбыҙ, туғандарыбыҙ менән осрашып аралашыу шатлығын кисерәсәкбеҙ.
Өләсәйемдең ниндәй эше булһа ла, уға күмәкләшеп ярҙам итергә тырышабыҙ. Яңы дуҫтар табабыҙ, башҡортса матур итеп һөйләшергә өйрәнәбеҙ. Бына шулай күңелле үтәсәк минең өс айым.

Лилиана ҠАШҠАРОВА.
Дүртөйлө районы, Исмаил ауылы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code