Иҫке Күлдә – өр-яңы мәҙәни үҙәк!

Нуриман районының Иҫке Күл мәҙәниәт йорто ауылдағы мәҙәни тормоштоң үҙәге булып тора. Унда 5 клуб берләштерелеп, 53 хеҙмәткәр эшләй. «Йәшлек» вокал түңәрәге, «Ҡояшҡай» бейеү төркөмө, ҡурайсылар һәм ҡумыҙсылар ансамблдәре районда үткән сараларҙың әүҙем ҡатнашыусылары булып һанала. Йәшенә-ҡартына ҡарамай, төрлө һөнәр кешеләре шөғөлләнә. «Ҡаҙ өмәһе», «Ҡарға бутҡаһы», «Кис ултырыу», «Кәкүк сәйе» кеүек йола байрамдарын үткәреү ҙә матур бер күренешкә әйләнгән.
Уҙған йыл, авария хәлендә, тип мәҙәниәт йортон һүтәләр. Яңы төҙөлөш эштәре башлана. Әле бына яңыраҡ был эштең тамамланыуы тураһында ҡыуаныслы хәбәр алдыҡ. Өр-яңы социаль-мәҙәни үҙәк өс блоктан тора: 96 урынлыҡ тамашасылар залы, китапхана һәм фельдшер-акушерҙар пункты. Иҫке Күл өсөн матур бүләк инде.
Ваҡытлыса ауыл китапханаһы бинаһына урынлаштырылған мәҙәни үҙәк үҙенең эшен яңы урында дауам итәсәк. Ҡотло булһын!

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code