Иҫәновтар шәжәрәһен дауам итер ейәндәр

Асман олатаһы менән.

– Ҡартатай, һин миңә бер баҡа табып бир инде, йыланға ашатырға кәрәк, – тип әйтеүенә беҙ аптырап ҡарағас, малайҙың атаһы Рөстәм Риф улы аңлатып бирҙе:
– Әле беҙҙең өйҙә, ысынлап та, бер йылан йәшәй. Ансар тотоп алып ҡайтып, уны террариумға ебәрҙе. Йәй буйына махсус урында әллә нисә кеҫәрткене аҫраны.

Таңһылыу.

– Ансарҙың ҡыҙыҡһыныу­ҙары күп ул. Минең менән балыҡҡа йөрөргә ярата. Ырыҫлы бала, күп тота, – тип һүҙгә ҡушыла ҡартатаһы Риф Шәрифрахман улы ла.
Ансар Иҫәнов апаһы Алтынай, атаһы Рөстәм, әсәһе Гөлиә менән Өфө районының Шамонин ауылына күскәндәр. Шундағы мәктәпкә быйыл I синыфҡа уҡырға барҙы. Нәркәс Айҙарова менән бер партала ултыра. Үҙенә яҡын дуҫ та табып өлгөргән. Күберәк Нур Ибәтуллин менән аралаша. Робот техникаһы түңәрәгенә яҙыл­ған. Математика дәресен айырыу­са ярата. Әле Ансарҙың мәктәп тормошондағы тәүге каникулы. Алтынай апаһы менән Рәйлә өләсәһе һәм Риф ҡартатайы янында булдылар. Ололар Өфөнөң Шаҡша биҫтәһендә үҙ йорттарында йәшәй. Ихаталарында өс эт, өс бесәй, тауыҡтар, һарыҡтар, хатта тауис ҡоштары ла бар. Хәйер, улар хаҡында шунда йәшәүсе Таңһылыу күберәк һөйләр.
Ҡыҙыҡай ҙа быйыл I синыфҡа уҡырға барҙы. 122-се гимназияла белем ала. Атаһы Айҙар, әсәһе Регина, Илгизәр ағаһы бергәләп ҡартатай һәм өләсәй менән йәшәй­ҙәр.
– Эттәребеҙҙең исемдәре – Лаки, Багира һәм Сыуашка. Улар­ҙың береһе – баҡса яғын, икенсеһе – ҡапҡа алдын, өсөнсөһө урамды һаҡлай. Ҡартатайҙың һәм атайҙың Иглин районында хужалыҡтары бар. Шунда Сыуаш-Ҡыбау тигән ауылдан табып алып ҡайтҡанға Сыуашка тип исем ҡуштыҡ, – тип һөйләй Таңһылыу.
– Берәҙәк эт ине ул, бахыр, йә машинаға тапалып ҡуйыр, тип йәлләп алдым, – ти Риф ағай.

 

Фәриҙә.

Әмир.

– Ә бесәйҙәрегеҙҙең исемдәре нисек?
– Береһе – Йәшелкүҙ, икенсеһе – Йомшаҡҡай, өсөнсөһө – Аҡтәпәй. Өсөһө лә бәләкәйҙәр әле.
Таңһылыу – шул тиклем хәрәкәтсән ҡыҙ, бер урында баҫып тик тормай. Үҙе менән һөйләшә башлағас, бының сәбәбе лә асыҡланды. Баҡһаң, ул биш йәшенән алып «Виктория» ижадты үҫтереү үҙәгенә бейеүгә йөрөгән икән. «Йәсмин», «Ҡурсаҡтар», «Батша ҡыҙы» исемле бейеүҙәр менән төрлө сараларҙа, концерттарҙа сығыш яһағандар. Бер йыл гимнастика менән дә шөғөлләнгән. Мәктәпкә барғансы уҡ әллә нисә Маҡтау ҡағыҙы һәм дипломдарға лайыҡ булған. Әле «Күбәләктәр» исемле бейеү өйрәнәләр.
Мәктәптә уҡыу оҡшай ҡыҙға. Уҡытыусылары Әлиә Рим ҡыҙы Нурмөхәмәтованың һәр дәресе ҡыҙыҡлы үтә. Хеҙмәт, физкульту­ра, «Тирә-яғыбыҙҙағы донъя» дәрестәре айырыуса оҡшай. Хәрефтәрҙе, һан­дарҙы тырышып, матур итеп яҙа.
Ҙур үҫкәс, кондитер булырға хыяллана Таңһылыу.
– Әсәйгә, өләсәйгә бешеренергә ярҙам итәм. Салаттар яһайым, бутербродтар эшләйем, – ти ул. – Эсенә дөгө менән балыҡ һалынған бәләкәй бәлештәр оҡшай. Киләсәктә төрлө-төрлө тәмлекәстәр әҙерләргә өйрәнергә теләйем.
Әйткән һүҙҙәрен раҫлау ниәтенән Таңһылыу тиҙ генә икмәк киҫәгенә ике телем колбаса, улар­ға ҡатлап йәнә ике телем сыр һалды ла аш бүлмәһенә йүгерҙе. Әҙ генә ваҡыт үтеүгә өҫтөндәге сыры ирегән тәмле бутербродты килтереп тә күр­һәтте. Грузиндарҙың хачапурийына оҡшаған. Афарин, уңған ҡыҙ икән! Киләсәктә Таңһылыуҙан, ысынлап та, шәп кондитер сығасаҡ. Һис юғында өйҙә ғаиләһен бына тигән ризыҡтар менән һыйлаясаҡ. Ҡыҙҙар­ға бешеренә белеү һәр саҡ кәрәк һөнәр ул. Шуны хәҙерҙән аңлауы һәйбәт.
Каникулда Иҫәновтарҙың йорто ейән-ейәнсәрҙәрҙең тауышынан гөр килеп тора. Бына әле лә Ансар ҡустыһы менән Алтынай ҙа килде ҡунаҡҡа. Ул III синыфта уҡый. Һүрәт төшөрөргә әүәҫ. Бигерәк тә тәбиғәт күренештәрен. Шулай уҡ хеҙмәт, физкультура, математика дәрестәрен көтөп ала. Ике түңәрәккә яҙылған. Төштән һуң уҡығас, аҙнаның ике көнөндә иртәнсәк бейеү менән шөғөлләнә, дәрестәр бөткәс, һүрәт төшөрөү буйынса түңәрәккә ҡала.
Мәктәптәрендә көҙгө йәрминкә үткәрергә булғас, Алтынай тауис ҡоштоң ҡаурыйҙарын һатырға алып барған.

Алтынай.

Илгизәр.

– Йәй көнө ҡойроғон йәйеп ебәрһә, шул тиклем матур була, – ти ҡыҙыҡай. – Ҡаурыйҙың осо сәскә кеүек, йәшел төҫө ялтырап тора, уртаһында – күҙ кеүек зәп-зәңгәр төймә. Ата ҡоштоң муйынындағы йөндәре перламутр йәшел төҫтә. Баштарында батшаларҙыҡы кеүек таждары бар. Инә ҡоштоң төҫө икенсе төрлө. Бәләкәй саҡта мин уларҙың тауыштарын ҡабатлай торғайным, шунан тегеләр тағы яуаплап ҡысҡыра ине.
– Ҡала уртаһында был тауис ҡоштар ҡайҙан барлыҡҡа килгән һуң? – тип аптырап һорайбыҙ Иҫәновтарҙан.
– Бер эшҡыуар бүләк итте миңә уларҙы, – тине Риф Шәрифрахман улы. – Аталы-инәле ике ҡош шулай беҙҙә йәшәй башланы. Тик бер нимәне күҙ уңынан ысҡындырғанбыҙ: ихатаға сығарырға ярамаған икән, өҫ яғын да сетка менән ҡаплап вольер кеүек ерҙә тоторға кәрәк булған. Ҡоштарҙың бит ҡанаттары бар. Осоп киткән дә барғандар. Ярай, береһен табып алып ҡайттыҡ, икенсеһе юҡ булды ла ҡуй­ҙы. Бер нисә көн үткәс, интернетта иғлан күреп ҡалдыҡ: берәү, тауис ҡош һатам, тип белдереү биргән. Барһаҡ – беҙҙеке. Тотоп, өс көн ашатып аҫраған өсөн өс мең аҡса биреп, үҙ ҡошобоҙҙо шулай һатып алып ҡайтырға тура килде.
– Хәҙер балалары булды, уларға ла бер йәш инде, береһе – ата, береһе – инә, – тип һүҙгә ҡушылды ҡатыны Рәйлә апай ҙа. – Быйыл да биш йомортҡанан өс ҡошсоҡ сыҡҡайны, икәүһе үлде, береһе әллә ҡайҙа ғәйеп булды.
Рәйлә апай менән Риф ағай Иҫәновтар өс ул тәрбиәләп үҫтергән: Рөстәм, Айҙар, Рәфис. Өсөһө лә эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә. Рөстәм менән Айҙар икешәр бала атаһы булһа, Рәфис дүрт бала тәрбиәләй.
Артабан танышыуыбыҙҙы дауам итәйек.
Илгизәр 122-се гимназияла VIII синыфта уҡый. Беренсенән алып алты йыл музыка мәктәбенә йөрөй. Ҡурай синыфында шөғөлләнә. Уҡытыусыһы Руслан Сәғит улы Кирамов етәкселегендә күп баш­ҡорт халыҡ көйҙәрен уйнарға өйрәнә. Ансамблдәре менән йыш сығыш яһайҙар. Быйыл баскетбол секцияһына яҙылған.
Йәй буйы Иглин районының Меңйетәр ауылында йәшәгәндәр. Унда атаһы бүҙәнәләр үрсеткән. 150-ләп ҡошто ҡарашырға Илгизәр ҙә ярҙам иткән.
– Йомортҡаһы ла, ите лә тауыҡтыҡына оҡшаһа ла, тәме менән айырыла, – ти ул. – Һорап килеүселәр күп булды. Артығын кешеләргә һата ине атай. Киләһе йәй үҙем дә берәй төрлө эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнергә уйлайым әле. Рәфис ағай кеүек йәшел тәмләткес үләндәр үҫтереп һатырға ла була, яландан еләк, дарыу үләндәре йыйырға ла мөмкин.
Ана шулай бәләкәйҙән аҡсаның нисек эшләнгәнен белеп үҫә Иҫәновтарҙың балалары ла. Киләсәктә уларҙан да бизнес менән шөғөлләнгән шәхестәр сыҡмаҫ тимә.
Илгизәр менән йәштәш Асҡар Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика музыкаль интернат-гимназияһында VIII синыфта уҡый. Уның атаһы Рәфис, әсәһе Гөлнара, туғандары Әмир, Фәриҙә, Асман Ишембай ҡалаһында йәшәй. Асҡар бында дүртенсе йыл белем ала. Тромбон синыфында шөғөлләнә. Уҡытыу­сыһы Валерий Викторович Семёновтан аҙнаһына ике тапҡыр ике сәғәт буйы оҫталыҡ дәрестәре ала.

Бәләкәстәр тауис ҡоштарҙы бигерәк ярата.

Ансар.

Асҡар.

– Дәрес аҙнаға ике тапҡыр ғына булһа ла, көн дә уйнарға кәрәк, шунһыҙ оҫталыҡ килмәй, – ти Асҡар. – Музыкаль әҫәрҙе тәүҙә нотаға ҡарап уйнаһаҡ, аҙаҡ яттан башҡарырға тейешбеҙ. Гимназияла, ҡалала үткән сараларҙа йыш сығыш яһарға тура килә беҙҙең оркестрға. Музыка теорияһы, сольфеджио дәрестәре лә инә. Артабанғы яҙмышымды музыка менән бәйләргә теләйем. Туғы­ҙынсы синыфты тамамлағандан һуң ошо йүнәлештәге уҡыу йортона ингем килә.
Асҡар бөтә фәндәрҙән дә тырышып белем ала. География, информатика, физкультура дәрестәре айырыуса оҡшай. Баскетбол командаһында уйнай.
Ишембайҙа уның ҡайтыуын атаһы Рәфис, әсәһе Гөлнара, ҡус­тылары Әмир менән Асман һәм һеңлеһе Фәриҙә һағынып көтөп тора.
Әмир 31-се мәктәптә VI синыфта уҡый, «дүртле» һәм «бишле» билдәләренә генә өлгәшә. Математика буйынса ҡала олимпиадаларында ла ҡатнашып, приз­лы урындар ала. Шахматта оҫта уйнай. Иң мөһиме: китап уҡырға ярата. Буш ваҡыты булһа, ҡалалағы китапхананан сыҡмай. Шуға ла әҙәбиәт дәрестәрен көтөп ала.
Әмир менән Фәриҙә был мәктәпкә быйыл ғына уҡырға килде. Ошоға тиклем улар Ишембай районының Һайран ауылында йәшәй. Шуға Фәриҙә һаман ауылды һағына.
– Унда I һәм II синыфты уҡыным. Һайранда күңеллерәк ине, ауыл үҙе матур. Бында мәктәп өйөбөҙгә яҡын. Өйрәнеп киләм инде. Яңы дуҫтар таптым. Бигерәк тә Таня Афанасьева менән дуҫбыҙ. Ул – һәйбәт ҡыҙ, – ти Фәриҙә.
Шуныһына ҡыуана ҡыҙыҡай: ҡала мәктәбендә лә башҡорт теле дәрестәре инә. Ағаһыныҡы һымаҡ, Фәриҙәнең дә көндәлеген гел «дүртле», «бишле»ләр генә биҙәй.
Ҡустылары Асманға 4 йәш кенә. Ул шул тиклем ҡыҙыҡһыныусан, бөтә нәмәне белергә теләй, һорау артынан һорау яуҙыра. Бәләкәй булһа ла, үҙендә лидерлыҡ сифат­тары ярылып ята. Һәр эштең уртаһында булырға тырыша. Ағай­ҙарынан һәм атаһынан һис тә ҡалышмаҫ, арттырып ебәрмәһә әле. Ул шулай булырға тейеш тә. Килер быуын үткәндәренән яҡшыраҡ, аҡыллыраҡ бул­ған осраҡта ғына йәмғиәтебеҙ камил үҫешкә өлгәшәсәк бит.
Рәйлә Ғәлиәскәр ҡыҙы менән Риф Шәрифрахман улы Иҫәновтарҙың өс улы – Рөстәм, Айҙар, Рәфис Өфөлә тыуып үҫһә лә, баш­ҡорт мәктәбендә уҡып, үҙ телдәрендә һәйбәт һөйләшә. Тормош иптәштәрен дә үҙ милләттәренән һайлап, балаларын да башҡорт рухлы итеп тәрбиәләй­ҙәр.
Атанан күргән – уҡ юнған, тигәндәй, өсөһө лә Риф Шәрифрахман улының юлын дауам итеп, эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә. Кем белә, бәлки, әлеге балаларҙан да замана бизнесмендары сығыр. Аталы-уллы Иҫәновтар ҡалала, районда, республикала үткәрелгән төрлө сараларға йыш ярҙам итеп тора. «Урал» башҡорт халыҡ үҙәге рәйесе булараҡ, Риф Шәрифрахман улының изге ғәмәлдәре һанап бөткөһөҙ. Был хаҡта бик күп һәм оҙон итеп һөйләргә була, тик уныһы инде икенсе мәҡәләнең темаһы…

Нияз МӘҺӘҘИЕВ, Зөһрә ҠОТЛОГИЛДИНА.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code