Иңдәремә ҡанат ҡуйҙы

– Ҡыҙым, поч­тальон апайың гәзит таратып йөрөй!
Әсәйемдең йәки өләсәйемдең шулай тип әйтеүе була, мин уҡ һымаҡ атылып, урамға сығып йүгерәм.
Шулай бәләкәйҙән гәзит-журналдар ҡосағында үҫтем. Үҙебеҙҙең район гәзитенә, «Йәншишмә», «Йәшлек» гәзиттәренә, «Аманат», «Шоңҡар», юғары синыфтарҙа «Ағиҙел» журналдарына яҙыла тор­ғайныҡ. Өйгә почта килгән көн – ҙур байрам. Өләсәйем әйтмешләй, «кино ҡарағандай булабыҙ».
IV синыфҡа күскән сағым ине. Тиҫтерҙәремдең шиғырҙарын йотлоғоп уҡып ултырғанымды күреп, әсәйем:
– Әйҙә, һин дә үҙең яҙ­ғандарыңды ебәреп ҡара, – тине.

Миңә етә ҡалды, тәүәккәлләнем дә инде. «Йәншишмә» гәзитендә беренсе хикәйәм баҫылып сыҡ­ҡас, түбәм күккә тейгәндәй булды. Яйлап хаттарымды йышайта башланым. Айына бер нисә ҡалын конверттар ебәрә тор­ғайным Өфөгә.
Гәзит менән дуҫлығым миңә бик күпте бирҙе. Беренсенән, әгәр үҙем өсөн генә яҙған булһам, бәлки, ҡыҙығын юғалтып, күптән ҡәләмемде ташлаған да булыр инем. «Йәншишмә»лә эшләүсе апай-ағай­ҙарҙан хаталарымды күр­һәтеп яҙған хат алғандан һуң, тағы ла нығыраҡ тырыша башланым. Иң тәүҙә сыҡ­ҡан шиғырҙарымдың яртыһы тиерлек төҙәтелгән булғанға танауым төш­һә лә, дәфтәремә яҙылғаны менән сағыштырып, ты­ныс­ланам. Хаталарымды аңлайым. Юғары синыф­тарҙа яҙғандарҙы шул килеш баҫтырғандарын кү­реп, шатланғанымды күр­һәгеҙ?!
Белгегеҙ килһә, тап гәзит миңә бик күп дуҫтар табырға ярҙам итте. Шулай бер көн мәктәптән ҡайтһам, өйҙә әллә күпме хат көтөп ята. Аптырап киттем. Асып уҡый башлаһам, бөтәһен дә бер мәктәптә уҡыусы синыфташ балалар яҙған. «Йәншишмә»лә бер бит булып сыҡҡан яҙмаларым уларҙы ҡыҙыҡ­һындырған, хатта синыф етәкселәре менән анализ эшләгәндәр, әңгәмә үткәргәндәр. Шунан нисек ҡанатланмайһың инде?! Аҙаҡтан яуап яҙғаныма ҡыуаныуҙарын белдереп, тағы хат ебәргәндәр.
Мәктәп йылдарында бер ваҡыттараҡ йәш хәбәрсе исемен алып һөйөнгән күп кенә тиңдәштәрем менән бөгөн бер юғары уҡыу йортонда, бер факультетта белем алабыҙ. Уларҙың исеме әле лә матбуғат биттәрендә күренеп ҡала: Гөлфирә Вәлиева, Нурзилә Усманова, Гөлдәниә Һағынбаева, Айгиз Буран­ғолов, Айгөл Юны­сова, Гөлназ Хәсәнова, Таңсулпан Ибраһимовалар. Табипҡа уҡып йөрөүсе Нәркәс Ҡәйепҡолова ла – минең яҡшы аралаш­ҡан дуҫтарымдың береһе. Барыбыҙ ҙа ижадҡа һөйөүебеҙҙе юғалтманыҡ, «Йәншишмә» гәзитендә илһам ҡанаттарын сыныҡтырып, кемдәребеҙҙең­дер айырым китаптары ла донъя күреп өлгөрҙө инде.
Мин яратҡан баҫмама шул тиклем рәхмәтлемен. Күпме ҡәләм тибрәтеүсегә дәрт, көс биреүсе, ысын мәғәнәһендә, илһамға сарсаған балалар күңеленә йәм, йән өрөүсе бит ул һин, «Йәншишмә»! Киләсәктә лә әҙәбиәткә, ижадҡа тартылған кескәй уҡыусыларың кәмемәһен, юғалмаһын! Әйҙәгеҙ, гәзитебеҙҙе бергәләп һаҡлап ҡалайыҡ!

Лилиә ҠАҺАРМАНОВА, БДУ студенткаһы.
Өфө ҡалаһы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code