Иң яҡшы уҡытыусы ҡайҙан?

Еңеүселәрҙе тәбрикләү.

«Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы» республика бәйгеһе 1991 йылдан алып уҙғарыла. Быйылғыһында 188 педагог көсөн һынаны. Уның барышында башҡорт теле һәм әҙәбиәте, татар теле һәм әҙәбиәте, урыҫ теле һәм әҙәбиәтенән белем биреүселәр, йәш педагогтар араһында ла конкурстар үтте. «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2018» төбәк-ара ярышында Татарстан Республикаһынан, Силәбе өлкәһенән дә милләттәштәребеҙ ҡатнашыуы ҡыуандырҙы.

Әлбиттә, бөгөнгө заман уҡытыусыһының үҙ сайты булыуы, яңы заман технологиялары менән оҫта эш итә белеүе зарур. Оҫталыҡ дәрестәре күрһәткәндә, «түңәрәк өҫтәл»дәрҙә ҡатнашыу мәлендә педагогтарҙың алдынғы ҡарашлы, тәрән фекерләй белеүе лә иғтибарға алына.
Тап шундайҙар призлы урын­дарға лайыҡ була ла инде. Баш ҡаланың 5-се лицейынан Нурзилә Нәҙерғолова «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2018» бәйгеһендә еңеүсе тип танылһа, Стәрлетамаҡтағы 20-се мәктәптән Римма Ғәлиева – татар теле һәм әҙәбиәтенән, Әлшәйҙәге 4-се мәктәптән Эльза Шевяхова – урыҫ теле һәм әҙәбиәтенән иң-иңе. «Йәш йыл уҡытыусыһы – 2018» исемен Стәрлетамаҡтағы 7-се мәктәптән Олег Саргаев алды. Тамашасы һөйөүен билдәләү онлайн-тауыш биреү буйынса барҙы. Был номинацияла Өфөнөң 130-сы мәктәбенән Артём Баянов бүләккә лайыҡ булды. Ә «Баш­ҡорт­остандың йыл уҡытыу­сыһы – 2018» республика конкурсының абсолют еңеүсеһе – баш ҡаланың 39-сы гимназияһынан инглиз теле уҡытыусыһы Эмма Сафиуллина.
«Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2018» республика конкурсында ҡатнашып, үҙенсәлекле дәрес күр­һәткәндәре өсөн Хәйбулла районы Бүребай мәктәбенән Лилиә Гәрәева, Миәкә районы Илсеғол мәктәбенән Нәсимә Шәйәхмәтовалар «Йәншишмә»нең Почёт грамоталарына лайыҡ булды. Әйткәндәй, Лилиә Рәйес ҡы­ҙының теманы ғына аңлатып ҡалмай, дәресте тестар, һүҙлек диктанттары, викториналар, һорау алыуҙар, карточка менән эшләү алымдары менән тулыландырыуы ла иғтибарға лайыҡ.
Еңеүселәрҙе ихлас кү­ңелдән ҡотлайбыҙ!

Г. РАМАҘАНОВА.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code